Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев иғлан иткән «Рамаҙан – Изгелек эстафетаһы» акцияһына ”Йәнтөйәк” төбәк гәзите лә ихлас ҡушылды. Гәзитебеҙҙең даими уҡыусылары Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылында йәшәүсе Әлфиә һәм Илдар Мулләхмәтовтар акция сиктәрендә баҫманы ауылдарындағы урта мәктәпкә бүләк итте.
Әйткәндәй, үҙҙәре лә дүрт бала тәрбиәләгән ғаилә һәр йыл ”Йәнтөйәк” бүләк итәм!” хәйриә акцияһына ихлас ҡушылып килде. Илдар хәҙрәттең бер туған ҡустыһы Азат Мулләхмәтов та ғаиләһе менән, шулай уҡ ата-әсәһе Әлфиә апай менән Фәниз ағай ҙа телһөйәрлек, илһөйәрлек рухы менән һуғарылған баҫманы пропагандалауҙа һәм таратыуҙа үҙ өлөшөн индерә, бүләк итеп тә яҙҙыра.