2018 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһының иң ҡыҙған мәле. Әле, 10 майҙан 20-һенә тиклем, ташламалы хаҡ менән яҙылыу ун көнлөгө бара. Күптәр был мөмкинлек менән файҙаланып ҡалырға ашыға. Асҡын ауылында йәшәүсе даими гәзит уҡыусыбыҙ Дилбәр Ғәләүетдинова был юлы ла ике гәзиткә — “Йәнтөйәк” һәм “Ышаныч”ҡа яҙылды.
— Әлеге ваҡытта халыҡ заманса юғары тиҙлекле интернет, телевидениеға өҫтөнлөк биреп, ваҡытлы матбуғат¬ҡа яҙылыуҙы аҙаҡҡа ҡалдыра. Уйлап ҡараһаң, бөтә мәғлүмәтте заман технологиялары ярҙамында алып бөтөп булмай. Кешегә барыбер рухи аҙыҡ кәрәк. Беҙ бәләкәйҙән гәзит-журналдар уҡып үҫкәс, интернет булыуға ҡарамаҫтан, барыбер ҙә гәзитте ҡулға тотоп рәхәтләнеп уҡырға яратабыҙ. Шуға ла һәр саҡ район, республика һәм төбәк баҫмаларына яҙылабыҙ. Был, үҙ сиратында, балалар өсөн дә матур өлгө булып тора. Улар йәштән уҡып үҫһә, айырыуса һөйөнөслө. Гәзит аша яңылыҡтарҙы белеү, төрлө файҙалы мәғлүмәт менән танышыу фекерләү ҡеүәһен арттыра, аҡылды үҫтерә, — тип гәзит уҡыуҙың әһәмиәтен билдәләп, башҡаларҙы ла матбуғатҡа яҙылыу кампанияһында әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы әлеге ваҡытта декрет ялында булған дүрт бала әсәһе Дилбәр Ғәләүетдинова.