Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
16 Май 2018, 13:40

Асҡындан Альфред Зәүҡәт улы Хәжимуллин ”Йәнтөйәк” бүләк итәм!” акцияһына быйыл да ҡушылды

Райондың Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы Альфред Хәжимуллин был юлы ла ”Йәнтөйәк” бүләк итәм!” акцияһына ҡушылды. Изге эштәр ҡылырға, хәйер-саҙаҡа таратырға, кешеләрҙе шатландырырға саҡырған Рамаҙан айы башланып ҡына торғанда ул гәзитебеҙҙе Сураш мәктәбенә бүләк итте. Альфред Зәүҡәт улы алдағы йылдарҙа баҫманы районыбыҙҙың әүҙем һәм һәләтле уҡыусыларына яҙҙырғайны. Ә киләһе ярты йыллыҡта уҡытыусылар ҙа, балалар ҙа алты район яңылыҡтары менән танышасаҡ, өлгөлө ғаиләләре, һәләтле йәштәре, йүнсел хужалары, үткәрелгән саралар тураһында уҡып беләсәк.
Сулпан Ғилметдинова.
Читайте нас: