Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат-2022
7 Май 2018, 16:28

Гәзитле лә, бүләкле лә бул!10 майҙан 20-һенә тиклем — ташламалы хаҡ менән яҙылыу ункөнлөгө

10 майҙан 20-һенә тиклем — ташламалы хаҡ менән яҙылыу ункөнлөгө Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, 2018 йылдың беренсе ярты йыллығы ахырына яҡынлаша. Тимәк, икенсе ярты йыллыҡҡа гәзит-журналдарға яҙылырға ваҡыт етте. Тағы ла бер ҡыуаныслы хәбәр: 10 майҙан 20-һенә тиклем район гәзиттәренә ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалырға була.

Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, 2018 йылдың беренсе ярты йыллығы ахырына яҡынлаша. Тимәк, икенсе ярты йыллыҡҡа гәзит-журналдарға яҙылырға ваҡыт етте. Тағы ла бер ҡыуаныслы хәбәр: 10 майҙан 20-һенә тиклем район гәзиттәренә ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалырға була.
Был юлы ла яратҡан гәзиттәрегеҙгә яҙылып, бүләк отоу мөмкинлеге бар. Башҡа йылдарҙағы кеүек, район гәзитенә кәмендә алты айға яҙылып, квитанция күсермәһен редакцияға ебәрһәгеҙ, “Аҙна һайын бүләк”, “Бәхетле авто” уйындарында ҡатнаша аласаҡһығыҙ. Бүләк отоусыларҙың фотолары гәзиттә баҫылып сыға. Асҡын мәғлүмәт үҙәгендә “Аҙна һайын бүләк” уйындары — 25 майҙа, 8, 15 июндә, ә “Бәхетле авто” 22 июндә үткәреләсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Йәнтөйәк” төбәк гәзитенә барлыҡ почта бүлексәләрендә һәм редакцияла яҙыла алаһығыҙ. Шулай уҡ альтернатив яҙылыу бар, йәғни гәзитте үҙең редакциянан килеп алыу, курьер (эш урынына килтереп биреү) ойошманан кәмендә ун кеше яҙылған осраҡта һәм электрон вариантҡа яҙылырға мөмкин.
Бынан тыш, “Суперприз от”, “Уҡы һәм планшет от” акциялары итлан ителде. “Суперприз от” уйынының шарттары: унда ҡатнашыу өсөн бер юлы район һәм республика баҫмаһына кәмендә алты айға яҙылыу мотлаҡ. Квитанция күсермәләрен 450077, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45, “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы, ваҡытлы баҫма таратыу бүлеге адресы буйынса ебәрергә кәрәк. Ә бына “Уҡы һәм планшет от” уйыны rbsmi.ru сайтында “ЧитайВыигрывай2018” промо-кодын файҙаланып, өс баҫмаға электрон яҙылған кешеләр араһында ай һайын “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто тарафынан үткәрелә.
Гәзитле лә, бүләкле лә булыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ!
Читайте нас: