Мәҙәниәт хеҙмәткәре — ул һөнәр генә түгел, ә йәшәү рәүеше, күңел торошо, тиҙәр. Был һүҙҙәр менән килешмәй мөмкин түгел. Мәҙәниәт өлкәһендә башҡаса булмайҙыр ҙа. Нәҡ улар йәмғиәт тормошона мәҙәни яҡтылыҡ, нур, йылылыҡ тарата. Донъяны йыр-бейеүҙәр аша матурлаусылар, күңелдәребеҙҙе сафландырыусылар. Был яҙма ике тиҫтә йыллап район Мәҙәниәт һарайында үҙ эшен яратып һәм бар күңел йылыһын биреп башҡарған Гөлназ Шәрифуллина тураһында.
Гөлназ Рәис ҡыҙын райондың мәҙәниәт донъяһында һәләтле алып барыусы, моңло тауышлы йырсы һәм “Рәйхан” вокаль ансамбле етәксеһе булараҡ беләбеҙ. Талантлы райондашыбыҙҙы ирекмәнлек эшендә, район йәмәғәт тормошо уртаһында “ҡайнағанын” да күрергә мөмкин. Дөйөм алғанда, бар яҡлап та булдыҡлы, һәләтле булыуы менән күптәргә өлгө ул.
Ташкентта тыуған Гөлназ Шәрифуллинаның яҙмышы әсәһенең йәнтөйәге Шауъяҙы менән бәйле. Бында улар 1992 йылда күсенеп ҡайта. Ауылдағы мәктәпте тамамлағас, Башҡорт төньяҡ-көнбайыш ауыл хужалығы колледжында һөнәр үҙләштерә. Артабан ситтән тороп Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһының мәҙәниәт бүлегендә уҡый. 2004 йылдан башлап 20 йылды үҙ эсенә алған хеҙмәт юлы район Мәҙәниәт һарайы менән бәйле.
— Мин бала саҡтан йыр-моңға ғашиҡ. Элек бит ауылдарҙа кисен күршеләр бер-береһенә йөрөшә ине. Беҙгә лә шулай ҡунаҡтар һәр саҡ килеп торҙо. Беҙ уларға, ултырғысҡа баҫып, концерт күрһәтә инек, — тип иҫкә ала бала сағын Гөлназ Рәис ҡыҙы. — Хәҙер ул йылдарҙы иҫкә төшөрәм дә, бигерәк күңелле булған икән беҙҙең үҫкән саҡ, тип уйлайым. Ҡайҙа ниндәй йыр отоп алабыҙ, бер юлмы ул, бер куплетмы, ултырғысҡа баҫып үҙебеҙсә моңло итеп башҡарабыҙ. Беҙ ғаиләлә биш бала үҫтек. Шуға ла, бындай концерттарҙы кистәрен даими үткәреп тора инек. Мәктәптә ойошторолған барлыҡ сараларҙа ла ҡатнашырға тырыштым. Кеше алдында сығыш яһау минең өсөн ниндәйҙер бер үҙенсәлекле һәм тылсымлы мәл ине.
Йәш белгесте район Мәҙәниәт һарайы коллективы ла, тамашасылар ҙа яратып, йылы ҡабул итә.
— Оялсан ғына йәш ҡыҙ булып эшкә килгәйне Гөлназ. Йыр-моңға һәләтле, һәр эшкә яуаплы ҡарай. Барыһы менән дә дуҫ-татыу мөнәсәбәттә. Һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер. Директор булараҡ, ышаныс һәм ғорурлыҡ менән әйтә алам — Гөлназ Рәис ҡыҙы менән барлыҡ эштәрҙе лә еңеп сығып була, — ти район Мәҙәниәт һарайы директоры Гөлфиә Шәисламова.
2005 йылда район Мәҙәниәт һарайына хореограф булып эшкә ҡайтҡан оҫта бейеүсе һәм буласаҡ тормош иптәше Алмаз Рәфис улы менән таныша Гөлназ Шәрифуллина.
— Башта аралашып ҡына йөрөнөк. Оялсан, тыйнаҡ егет ине. Шул сифаттары — тыйнаҡлыҡ, ышаныслы булыуы һәм үҙ һүҙендә тора белеүе менән мине үҙенә ҡаратты ла — тип йылмая мәҡәләм геройы. — Ул эргәмдә булғанда мин үҙемде ҡалын стена артында кеүек тоям. Һәм иң мөһиме — ғаиләм эшемде аңлай. Үҙегеҙ белеп тораһығыҙ: мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең күп ваҡыты сараларҙа, юлда үтә. Бындай саҡтарҙа тормош иптәшеңдең, балаларыңдың һине аңлауы мөһим.
2007 йылда йәштәр гөрләтеп туй үткәрә һәм оҙаҡламай йәш ғаиләне ҡыуандырып, бер-бер артлы ике ҡыҙҙары тыуа. Хәҙерге ваҡытта Ынйы — һигеҙенсе, ә Самира дүртенсе класты тамамлаған.
Гөлназ Шәрифуллина район, республика, төбәк-ара конкурстарҙа коллектив составында ла, солист булараҡ та даими сығыш яһай, оҫталығын үҫтерә. Ул райондың “Рәйхан” вокаль ансамбле етәксеһе лә.
Эшмәкәрлегендә ҙур уңыштарға ирешкәне өсөн күп төрлө Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттарына лайыҡ була ул: мәҙәниәт өлкәһендә күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте, юғары һөнәри оҫталығы өсөн Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика комитеты президиумының Почет грамотаһы, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының, район хакимиәтенең һәм мәҙәниәт бүлегенең Рәхмәт хаттары, III халыҡ-ара балалар, үҫмерҙәр һәм өлкәндәр ижады фестиваль-конкурсының 2-се дәрәжә, Хәниә Фәрхи иҫтәлегенә бағышланған башҡорт, татар йырҙарын башҡарыусыларҙың “Онотолор тимә...” II төбәк-ара конкурсының 3-сө дәрәжә, III башҡорт халыҡ-тарихи йырының төбәк фестиваль-конкурсының 2-се дәрәжә, Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән “Туған тел” татар һәм башҡорт йырҙарын яңғыҙ башҡарыусылар конкурсының 3-сө дәрәжә лауреат дипломдары, “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2022” асыҡ республика конкурсының төбәк этабында Шәрифуллиндар ғаиләһе 2-се дәрәжә лауреат дипломы, “Туған тел-2022” XIV татар йырын башҡарыусыларҙың республика асыҡ конкурсының 2-се дәрәжә лауреат дипломы, “Жар-птица России” халыҡ-ара фестиваль-конкурсының 1-се дәрәжә лауреат дипломы һәм башҡалар. Былар барыһы ла райондашыбыҙҙың эш нәтижәһен һәм үҙ һөнәренең оҫтаһы икәнлеген иҫбат итә.
Йәмәғәт эшенән дә ситтә ҡалмай ул. Ирекмәнлек эше менән шөғөлләнә. “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” федераль проекты сиктәрендә әүҙем һәм нәтижәле эшләгәне өсөн Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты Р. Мәрҙәншиндың, дәүләт йәштәр сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыуҙа ҙур өлөш индергәне өсөн БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының Рәхмәт хаттарына лайыҡ була.
Гөлназ Рәис ҡыҙы бар яҡлап та булдыра. Әүҙемлегенә, тырышлығына һоҡланаһы ғына ҡала. Мәҙәниәт өлкәһенә тоғролоғо һәм һөнәренә, тамашасыларына булған һөйөүе Гөлназ Шәрифуллинаны сәхнә оҫтаһы итә.
Фирғәт Нәбиуллин.
Балтас районы.