Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Июнь , 15:53

Буяуҙарҙан торған ғаләм

Александр Заярнюк киң донъяны һәм тормоштоң матур яҡтарын күрә

Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш төбәгендә урынлашҡан бәләкәй генә ҡалала Рәсәйҙең күренекле рәссамы йәшәүен күптәр белмәйҙер ҙә әле. Ҡала үҙәгендә йәки Ағиҙел буйында уның һүрәт төшөрөүен, йә булмаһа һынлы сәнғәт менән шөғөлләнеүсе студенттарға тәбиғәттең матур мәлен тотоп алырға өйрәткән ваҡытын тап итергә тура килә. Ҡала кимәлендәге сараларҙа тиҙ арала бәләкәстәрҙең портретын эшләп ҡыуандырыуын тамаша ҡылыу үҙе бер кинәнес. 

Рәсәй рәссамдарының ижади союзы һәм Рәссамдарҙың халыҡ-ара федерацияһы ағзаһы Александр Николаевич Заярнюктың ижадын һәм булмышын яҡыныраҡ белеү ниәте күңелдә күптән йөрөһә лә, ижад кешеһен юҡ-бар менән борсомаҫҡа теләүҙән, бәлки, ҡыйыулыҡ етмәгәндән, әңгәмә ҡороу кисектерелә килде. Уның студент ҡулындағы ҡурайҙы алып һыҙҙыртыуын күргәс, күңелемдә йөрөгән һорауҙарға яуап табырға ваҡыт етеүен аңланым.
– Александр Николаевич, һәр кемдең тәпәй баҫҡан тыуған ере,  онотолмаҫ бала сағы була. Һеҙҙең бала саҡ һуҡмағығыҙ хәтерегеҙҙә нисек һаҡланған?
– Мин республикабыҙҙың көньяғында урынлашҡан Хәйбулла районы Подольск ауылында тыуғанмын. Бала саҡ хәтирәһен яңыртҡанда һарыға мансылған киң ялан тәбиғәте күҙ алдына килеүсән. Ғаиләбеҙҙә иһә һәр ваҡыт ижади атмосфера хөкөм һөрҙө. Әсәйем һөнәре буйынса фармацевт. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, һүрәт төшөрөргә яратты, ә атайым күп уҡыны. Ауылдың китапханаһы бик ҙур ине. Бар китап та уның ҡулынан үткәндер. Рус һәм сит ил фантастикаһын үҙе тупланы. Миндә лә китапҡа һөйөү тәрбиәләне. 
Үҙемде белгәндән, ике-өс йәштән һүрәт төшөрөргә яраттым. Ҡулыма нимә килеп эләгә, шуның менән һыҙғылай башлар инем. Ҡәләм, аҡбур, күмер менән өй, урам тирәһен биҙәп бөтә торғайным. Был шуҡлығымды тыйманылар, киреһенсә, маҡтап-хуплап торҙолар. Мәктәпте тамамлағас, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға барыуыма ла атай-әсәйем ҡаршы булманы. 
– Күренекле рәссам булып танылыуығыҙҙа студент саҡта уҡ профессиональ йүнәлеш алыуығыҙ мөһим роль уйнағандыр. Юрий Шевчук менән дуҫ булыуығыҙ тураһында ла ишетеп ҡалғайным. Рус булыуығыҙға ҡарамаҫтан, ҡурайҙа уйнарға өйрәнгәнһегеҙ. Йәшлегегеҙҙең онотолмаҫ шул мәле тураһында һөйләп китегеҙ әле?
– БДПУ-ның художество-графика факультетына уҡырға ингәс, ижади үҫешемә ҙур өлөш индергән ысын педагогтарҙа белем алдым. Ринат Зөфәр улы Харисов, Рөстәм Мөғин улы Фәтҡуллин, Григорий Александрович Загвоздкин, Александр Иванович Масленников кеүек шәхестәрҙең дәрестәре ҙур тормош һәм ижад тәрбиәһе булды. Уларҙың донъяға ҡарашын ҡаныма һеңдерергә тырыштым, сөнки ижадта азатлыҡҡа өҫтөнлөк биреүҙәре айырыуса мөһим ине. Әйткәндәй, бөгөн үҙем дә студенттарға шундай демократик позицияны алға ҡуям. 
Билдәле хужожник, шағир Юрий Шевчук менән беренсе курста уҡығанда таныштым. Өфөләге концертына саҡырҙы. Дуҫлығыбыҙ әле лә дауам итә. Ул миңә яңы китаптарын, йыр дискыларын бүләк үтә, ә мин – картиналарымды. Уның һүрәт төшөрөүе әсәһе Фәниә Әкрәм ҡыҙынан килә, ә олатаһы заманында күренекле мулла булған. Ғөмүмән, Юрийҙы шәхес булараҡ ихтирам итәм. Ул бер ваҡытта ла үҙгәрмәне, үҙе булып ҡала белде. Диплом эшемде яҙғанда, етәксем Рөстәм Фәтҡуллин тәҡдиме менән “Шағир Юрий Шевчук портреты” темаһын һайланым. Был эшем Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашты. Ғөмүмән, Юрий картиналарыма битараф түгел. “Уның юлы  – классиканы тойғолар менән уҡыу”, – тип минең ижадыма юғары баһа бирҙе. 
Ҡурайҙа уйнарға ауылда күренекле ҡурайсы Сәйфулла Дилмөхәмәтовтан өйрәндем. Ул беҙгә күрше тиерлек йәшәне. Рус булһам да, ҡурайҙа уйнарға теләгем ҙур булды. Шуға Сәйфулла Ишҡәле улы алып барған түңәрәккә йөрөнөм. Башҡорт, хатта рус көйҙәрен уйнай торғайныҡ. Әйткәндәй, бер ҡурайымды Ю. Шевчукка бүләк итем. Студент саҡта С. Т. Аксаков исемендәге стипендия лауреаты булыуым ғорурлыҡ тойғоһо уята. 
– Сирек быуатҡа яҡын Бөрөнө төйәк итеүегеҙ ижадығыҙҙа нисек сағыла? Баш ҡала тормошонан, фекерҙәштәрегеҙҙән ситтә йәшәү үҫешегеҙҙе сикләмәйме? 
– 2001 йылда ҡулыма диплом алғас та Бөрө дәүләт педагогия институтының  технология һәм сәнғәт белеме факультетының һынлы сәнғәт теорияһы һәм методикаһы кафедраһына уҡытыусы итеп саҡырҙылар. Бөрө тыныс ҡала. Яҙыу өсөн мөһим шарт шул. Тағы ла сәйәхәт итергә яратам. Уны ла ижад менән бәйләйем. Ғөмүмән, рәссам ҡайҙа йәшәһә лә киң донъяны күрә. Сикһеҙ Европа киңлектәрен, Венеция тәбиғәтен, Ҡара диңгеҙ буйҙарын тасуирлау өсөн ниндәйҙер башҡа мөхиттә йәшәү мотлаҡ түгел. Ижадташ дуҫтарым менән аралашып торабыҙ. Йыш ҡына Бөрөлә картиналары күргәҙмәһен ойошторалар. 1965 йылдарҙан уҡ беҙҙең уҡыу йортонда туплана башлаған картиналар галереяһына айырыуса һоҡланалар. Был картиналарҙың ҡиммәте бер ваҡытта ла төшмәй, артҡандан-арта бара.
Шәхсән үҙемә килгәндә, бөтә Рәсәй, халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә, һынлы сәнғәт фестивалдәрендә, конкурстарҙа ҡатнашырға тырышам. Йылына бер тапҡыр — Өфөлә, өс йылға бер Бөрөлә күргәҙмә ойошторам. Ҡазанда, Сутоморела Силәбе өлкәһендә шәхси күргәҙмәләрем үтте. Быйыл ҡаланың тарихи музейында “Ике ҡатлы автобуста Бөрө буйлап сәйәхәт” тип аталасаҡ күргәҙмәгә әҙерләнәм.  Картиналарым үҙебеҙҙең уҡыу йортоноң картиналар галереяһынан тыш Өфөнөң С.Т. Аксаков исемендәге мемориаль йорт-музейында, Магнитогорск һәм Энергодар ҡалаларының картиналар галереяһында, “Ҡазан” милли мәҙәниәт үҙәге музейында, Черногорияның милли галереяһында (Сутоморе), Изге Кирилл һәм Мефодия исемендәге Великотырнов университетының картиналар галереяһында, Рәсәйҙең һәм сит илдең (Әрмәнстан, Болгария, Германия, Италия, Иран, АҠШ, Украина, Черногория) шәхси коллекционерҙарында һаҡлана.
– Александр Николаевич, күп картиналарығыҙ пейзаж менән бәйле. Уларҙа яҡтылыҡ, һауа, һыу һәм ҡояш донъяһы сағыла. Төҫлө буяуҙарҙы ла күберәк ҡулланаһығыҙ. Иң уңышлы һанаған картинағыҙ бармы? 
      Шулар тураһында айырым туҡталып китһәгеҙ ине? 
– Ысынлап та, ижадымдың төп бурысы – ыңғай эмоциялар тыуҙырыу. Тәүҙә үҙемдең кәйефемде күтәрергә, аҙаҡ тамашасыға ыңғай йоғонто яһарға тырышам. Һәр ваҡыт шатлыҡлы күренештәрҙе тыуҙырған Анри Матиссо ижадын яҡын күрәм. Уның кеүек һәр әйберҙән ҡыуаныс табырға тырышам. Сағыу төҫтәр менән яҡшылыҡты күрһәтеүҙе беренсе планға ҡуям. Шуға күрә ижадымда иге-сиге күренмәгән диңгеҙ киңлектәренә, Ҡырым пейзаждарына, ҡояшлы Испанияға, Венецияның романтик  күренештәренә ҙур урын бирҙем. 
Йәнә урамға кешеләр араһына сығып яҙырға яратам. Кешеләр менән бәйләнештә эшләү өсөн айырым ҡыйыулыҡ та кәрәк. Шуға урам рәссамдары һирәк осрай. Ә миңә хәрәкәттән торған мөхит кешеләрҙең психологияһын нығыраҡ аңларға ярҙам итә. Һәр рәссам картинаһын яҙып бөткәндән һуң етешһеҙлек табыусан. Мин дә ул тойғоларҙан азат түгел. Шулай ҙа “Венеция” тигән картинама дәғүәләрем әҙерәк.
– Һеҙҙең ижад багажығыҙҙа портреттар ҙа бар. Күренекле шәхестәрҙән кемдәрҙе тасуирланығыҙ? Тағы ниндәй жанрға өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
– Пейзаж һәм сюжетлы картиналарҙан тыш натюрморт, портрет жанрҙарында эшләйем. Портрет яҙғанда айырыуса иғтибарлы һәм талапсан булыу мөһим. Шуға күрә, был жанрға һирәктәр тотона. Сығарылыш квалификация эшемде Юрий Шевчуктың портретына бағышланым, тип әйткәйнем инде. Күптән түгел үҙебеҙҙең уҡыу йорто ректоры, профессор Салауат Мөдәрис улы Усмановтың портретын һынландырҙым. Салауат Мөдәрис улын бөтөнләй белмәгәндәр ҙә, портретҡа ҡарап, уның киң эрудициялы, көслө ихтыярлы шәхес булыуын баһалай. 
– Александр Николаевич, һеҙ төрлө конкурстарҙа ҡатнашаһығыҙ, күргәҙмәләр ойоштораһығыҙ. Шул уҡ ваҡытта сирек быуат студенттар уҡытаһығыҙ. Рәссам һәм педагог йөгөн бергә тартыу ауыр түгелме? Хеҙмәтегеҙ нисек баһалана? Бөгөн талантлы йәштәр бармы? 
– Тәү сиратта, әлбиттә, мин – рәссам. Шулай ҙа күп рәссамдар кеүек һүрәт төшөрөүгә киске алтынан һуң ғына тотонам. Был ваҡытта айырым һиллек урынлаша. Идеялар тыуа. Рәсәй һәм Башҡортостан рәссамдары союзында тормайым. Ләкин унан юғарыраҡ һаналған Рәсәй рәссамдарының ижади союзы һәм Рәссамдарҙың халыҡ-ара федерацияһы ағзаһымын. Ижадым баһалана икән, мин ниндәйҙер уңыштарға өлгәшкәнмен. “Башҡортостандың яратҡан рәссамдары” республика проектының “Оҫта” номинацияһында лауреат, һынлы сәнғәт һәм графика буйынса “Черногория бөгөн” халыҡ-ара күргәҙмәһендә “Һынлы сәнғәт” номинацияһында II дәрәжә диплом менән бүләкләндем. Мәскәү ҙә ижадыма битараф түгел. Рәсәй рәссамдарының ижади союзы тарафынан Ватан мәҙәниәтенә индергән өлөшөм өсөн бронза (2009) һәм көмөш (2010) миҙалдар менән бүләкләндем, 2014 йылда дипломант булдым.
Уҡытыуға килгәндә, көндөҙгө ваҡытым студенттар менән үтә. Мин уларҙы өйрәтәм, улар – мине. Һәр береһен аңларға тырышам. Ниндәйҙер йүнәлештә эшләргә мәжбүр итмәйем, бер нәмәне лә көсләп һалмайым. Үҙҙәре асылһын, үҙ стилдәрен тапһындар, тигән фекерҙәмен. 
Талантлы йәштәр бар. Тәүге студенттарымдың береһен уҡып бөткәс кәләш итеп алдым (йылмая). Ул таланты менән башҡаларҙан айырылып торҙо. Быйыл педагогика факультетында уҡыған беренсе курс студенты Андрей Кутсамаев Рәсәй һәм Башҡортостан рәссамдар союзына инде. Бейеклеккә һикереү буйынса Рәсәй чемпионы ла. Шундай талантлы, маҡсатлы студенттар менән эшләү ижадыма дәрт өҫтәй.  
– Ихлас әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен. Картиналарығыҙ кеүек тормошоғоҙ ҙа сағыу буяуҙарҙан торһон.


Ғәлиә Ғәниева әңгәмәләште.
Бөрө районы.

Автор: Зимфира Нартдинова
Читайте нас: