Йәнтөйәк
+15 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Май , 14:50

Йырҙан яралған ансамбль

“Калинушка”лар Бөрө районы һәм ҡалаһын бөтә илгә танытты

Йырҙан яралған ансамбль
Йырҙан яралған ансамбль

Бөрөлә күп милләтле халыҡ тығыҙ бәйләнештә йәшәй. Бында һәр милләт үҙенең ғөрөф-ғәҙәтен, фольклорын, мәҙәниәтен һәм тарихын бар тулылығында күрһәтә алыу хоҡуғына эйә. Шуға күрә ҡала кимәлендә үткән һәр мәҙәни сара сағыу йәйғорҙо хәтерләтә. Улар араһында «Калинушка» рус халыҡ ғаилә фольклор ансамбле сығышы айырым иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ.
Коллектив етәксеһе Татьяна Сергеевна Копейкина әйтеүенсә, уларҙың ата-бабалары һәр ваҡыт йыр-моң менән бергә булған һәм бөгөн дә шулай йәшәүҙе дауам итә.
Ғаилә ансамбле дүрт быуынды берләштерә. Рәсәйҙең төрлө төбәгендә йәшәүсе Кулагиндар бергә йыйылғанда, ансамблдең тулы составы 20 кешегә етә. Шулай ҙа төп көс биш вокалист иңендә. Иң өлкәндәре Валентина Петровнаға 93 йәш. Уның йәштәрҙән ҡалышмай, ҙур сәхнәләрҙә бейеп-йырлап тороуы күптәргә оптимистик рух бирә.


Ғаиләнең рус халыҡ йырына булған мөхәббәте һәм ансамблдең барлыҡҡа килеүе Валентина Петровна Кулагинанан башлана ла инде. Ул Бөрө районы Калинники ауылында тыуып үҫә. Атаһы йырсылар нәҫеленән булғанлыҡтан, һәр ваҡыт оҙон көйлө халыҡ йырҙарын йырлап йөрөгән. Ғаиләһендә 13 балаланан бары тик Валентина ғына иҫән ҡалғанғамы, берҙән-бер ҡыҙын барлыҡ сараларға үҙе менән йөрөтә. Айырыуса сиркәү йырҙарын тыңларға эйәртә. Биш йәштән бәләкәй Валяның үҙенә халыҡ йырҙарын башҡарырға ҡуша. Балалығы менән бик үк теләмәгәндә, талап итә. Һөҙөмтәлә, Валентина Петровна бәләкәйҙән байтаҡ йыр текстарын отоп ала, аҙаҡ атаһы кеүек үҙ аллы йырлап йөрөр була. Был һәләт-халәте балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәләренә күсә. Шулай итеп, ейәнсәре Татьяна Сергеевна инициативаһы менән 2015 йылда ғаилә ансамбле барлыҡҡа килә.
Тәпәй баҫҡандан йыр менән йәшәгән коллективтың дөйөм музыкаль стажы 300 йылға етә. Шуныһы ҡыҙыҡ, Кулагиндарҙың береһе лә махсус музыкаль белемгә эйә түгел. Хатта ҡаланың музыка мәктәбендә шөғөлләнмәгәндәр. “Халыҡ йырҙарын профессиональ кимәлдә түгел, ә тап халыҡсан биреү өсөн махсус белемебеҙҙең булмауы хәйерлерәк”, – ти коллектив етәксеһе Татьяна Капейкина.


Ғаилә коллективының төп маҡсаты – йөкмәткеле һәм күп формалы фольклор күренештәрен тәрәндән өйрәнеү, шул нигеҙҙә халыҡ йыр традицияһын тергеҙеү һәм реконструкциялау. Был өлкәлә ныҡышмал эшләгән коллектив юғары профессиональ кимәлдә башҡарыу һәләте менән Бөрө рустарының йыр традицияһын бөтә тулылығында киң масштабҡа сығаралар. Йөкмәткеле сығыштарҙа рус халҡының боронғо йолалары, кис ултырыуҙары, туй мәжлестәре тасуирлана.
Ғаилә Ангел, Петр көнөн билдәләүгә айырым иғтибар бирә. Бындай байрамдарҙа боронғо йырҙар йырлана, онотола барған уйындар иҫкә төшөрөлә. Уларҙы халыҡҡа таратыу һәм киләсәк быуынға еткереү ниәтендә ситттәрҙе йәлеп итергә тырышалар. Шулай итеп, һәр байрамда Кулагиндарҙың рухи ныҡлығы, берҙәмлеге, тормошто яратыуы сағыла.


Татыу ғаиләнең мәҙәниәт өлкәһендә күрһәткән эшмәкәрлеге Бөрө районында ғына түгел, ә республика һәм ил кимәлендә юғары баһалана. Башҡарыу өлкәһендәге уңыштары, рус фольклоры традицияларын тергеҙеүҙә, һаҡлауҙа күрһәткән эшмәкәрлеге өсөн 2018 йылда ансамблгә “халыҡ” исеме бирелә.
Был мәртәбәле исемде тулыһынса аҡлай Кулагиндар. Улар бихисап конкурс-фестивалдәрҙә ҡатнашып, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йөкмәткеле һәм сағыу номерҙар менән сығыш яһаған. 100-гә яҡын конкурста призер йәки Гран-при эйәһе булғандар. Шул иҫәптән 6-сы тапҡыр Халыҡ-ара конкурста I дәрәжә лауреаты исемен алғандар. Мәҫәлән, былтыр үткән II Бөтә Донъя “Китап-байрам” йәрминкәһе сиктәрендә боронғо рус йырҙары буйынса үткәрелгән “Тыуған ер йырҙары” республика асыҡ конкурсында уларҙың йыры иң сағыуы һаналған.
«Калинушка» вокаль ансамбле – телевидение йондоҙо. Беренсе каналдың “Аш-һыу бүлмәһендә бөтә ил менән йырлайбыҙ” («Поем на кухне всей страной») шоуының бөтә этабын уңышлы үтеп, еңеүсе булдылар. “Быларҙың барыһын үҙ теләгебеҙ, күңел ҡушыуыбыҙ буйынса эшләйбеҙ. Ҡала мәҙәниәт йорто директоры Елена Михайловна Мөхәмәтдинова һәр башланғысыбыҙҙы хуплай һәм мөмкин тиклем ярҙам күрһәтергә тырыша. Рәхмәтлебеҙ уға”, – ти Татьяна Сергеевна.


Татьяна Копейкина ғаилә традицияларының киләсәктә лә дауам ителеренә ышана. Ҡазан федераль университетында белем алыусы улы Александр капель хорында йырлай. Ә 14 йәшлек Виктория ансамблдең бөтә йырын яттан белә, уларҙы киләсәктә үҙенең балаларына еткереү тураһында хыяллана.
Елена Михайловна Кулагиндар менән бергә эшләүенә айырыуса ҡәнәғәт: “Калинники ауылында яңы барлыҡҡа килгән ансамблдең сығышын ишетеү менән хайран ҡалдым. Уларҙың тәбиғи һәләт һәм айырым һиҙемләү менән күңелгә үтерлек итеп башҡарған йырҙары бер кемдекенә лә оҡшамағайны. Уларҙы үҙ ҡанатым аҫтына һыйындырҙым, сағыу киләсәк юраным. Юрағаным юш килде. Шул тиклем ихлас, яҡшы кешеләр булып сыҡтылар. Һәр тәҡдимде ихлас ҡабул итәләр. Ошо ялда ғына “Халыҡ күңеле” Рәсәй фестиваленән Гран-при алып ҡайттылар”.


Ғәлиә Ғәниева.

Бөрө районы.

Автор:
Читайте нас: