Йәнтөйәк
+16 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Мәҙәниәт
5 Март , 12:50

Һөйөнсө: Асҡында яңы быуын китапханаһы асылды

Тантаналы сарала  мәртәбле ҡунаҡтар ҡатнашты.

Һөйөнсө: Асҡында яңы быуын китапханаһы асылды
Һөйөнсө: Асҡында яңы быуын китапханаһы асылды

Был ҡыуаныслы хәл «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһының хәйриә программаһы сиктәрендә мөмкин булды.

Китапхананы асыу тантанаһында  район хакимиәте башлығы Динис Йосопов етәкселегендә мәртәбәле ҡунаҡтар — Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов,  «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы генераль директоры урынбаҫары Вячеслав Клепиков, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты,  

асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең власть органдары менән хеҙмәттәшлеге буйынса департамент директоры  Рушан Сәйетов, республиканың Капиталь төҙөлөш идаралығы директоры Руслан Цагельник.

Китапхана алдында ҡунаҡтарҙы  асҡындар икмәк, сәк-сәк, ҡымыҙ  менән, ә  «Ак калфак» фольклор ансамбле  йырлап-бейеп ҡаршы алды.

"Яңы быуын китапханаһы" тигән төшөнсәгә яуап бирерлек объектҡа заманса ҡорамалдар, йыһаз алынған, китап фонды яңыртылған, капиталь ремонт башҡарылған. Китапхана директоры Зимфира Зарифуллина үткәргән экскурсия барышында  яңы быуын китапханаһының мөмкинлектәре менән  һәр кем таныша алды.  Ҡунаҡтар  заманса йыһазландырылған майҙансыҡтарҙа төрлө темалар буйынса  ойошторолған оҫталыҡ дәрестәрен дә ҡараны.

Балалар моделле китапханаһында тормошҡа ашырылған «Башкирмульт» Балалар анимация студияһы» проекты төбәктә мәҙәниәтте һәм креатив индустрияны  үҫтереүҙә ҙур аҙым була. Мәҙәни башланғыстар буйынса Президент фондының гранттар конкурсында еңеү яулау китапханаға  финанс ярҙам алырға  мөмкинлек бирә.

“Моделле китапхана – ауыл халҡын хеҙмәтләндереүҙе юғарыраҡ кимәлгә күтәргән заманса китапхана ҡалыбы. Был статусҡа эйә мәҙәни-белем биреү усағының абруйы, әһәмиәте һис шикһеҙ арта. Яңы статус  китапхананың эш стилен, имиджын да тулыһынса үҙгәртә. Ә өр-яңы, заманса мәғлүмәт технологияларын ҡулланыу китапхананы Асҡын районының мәҙәниәт, мәғрифәт һәм мәғлүмәт үҙәгенә әйләндерергә булышлыҡ итер”, - тине ҡунаҡтар китапхана менән танышып сыҡҡас.

Ҡунаҡтар район Мәҙәниәт йортонда башҡарылған ремонт эштәре,  алынған музыкаль аппаратуралар, яҡтыртыу ҡорамалдары менән дә танышты.

Сара аҙағында ҡунаҡтар "Теләктәр"  китабына изге теләктәрен яҙҙы.

Наилә Имаева.

Фәйрүзә Юнысова фотолары.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас: