Йәнтөйәк
+12 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Мәҙәниәт
30 Ғинуар , 14:39

Бөрөлә Керамика һәм көршәксе эше музейы асылды

Был үҙенсәлекле проект, үҙеңде ижади яҡтан асыу һәм традицион һөнәрҙәрҙе үҫтереү өсөн мөхит тыуҙырып, һөнәрселәрҙе һәм ҡала ҡунаҡтарын берләштереүгә йүнәлтелгән.    

Бөрөлә Керамика һәм көршәксе эше музейы асылды
Бөрөлә Керамика һәм көршәксе эше музейы асылды

Бөрө ҡалаһында Октябрь майҙанында урынлашҡан “ЧИРКОВЪ” ижади киңлегендә матур ваҡиға булды – яңы Керамика һәм көршәксе эше музейы-оҫтаханаһы асылды. Сара "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ" милли проекты (национальный проект “Туризм и гостеприимство”) маҡсаттарына ярашлы ойошторолдо.

Был үҙенсәлекле проект, үҙеңде ижади яҡтан асыу һәм традицион һөнәрҙәрҙе үҫтереү өсөн мөхит тыуҙырып, һөнәрселәрҙе һәм ҡала ҡунаҡтарын берләштереүгә йүнәлтелгән.

Музейҙы Максим һәм Евгения Шипилиндар, Александр Старков һәм Ольга Сәйфетдинова ойоштора. Музей-оҫтаханала көршәксе һөнәренең тарихы менән танышыу ғына түгел, ә үҙ ҡулдарың менән уникаль керамик әйберҙәр яһап, боронғо традицияларға ҡушылырға мөмкин. Оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу бөтә ҡунаҡтарға онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итәсәк.

"Был иҫ киткес урында булыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ. Уңайлы шарттар, йәмле мөхит һәм тарихҡа ҡағылыу мөмкинлеге һеҙҙе битараф ҡалдырмаясаҡ. "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ" милли проекты инфраструктураны үҫтерергә, тармаҡ өсөн кадрҙар әҙерләргә һәм Рәсәй буйлап сәйәхәт ҡылырға ярҙам итә. Туристар - сифатлы сервис һәм яҡшы тәьҫораттар, ә бизнес дәүләт ярҙамы ала. Быларҙың барыһы ла ил буйлап сәйәхәт итеүҙе уңайлы, хәүефһеҙ һәм ҡыҙыҡлы итә”, - тип билдәләнеләр Бөрө хакимиәтендә.

Фото: Бөрө ҡалаһы хакимиәте. 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас: