Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Май , 09:00

«Музейҙар төнө» Ғаилә йылына арналды

Асҡын тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында фәһемле һәм мауыҡтырғыс сара үтте.

«Музейҙар төнө»  Ғаилә йылына арналды
«Музейҙар төнө» Ғаилә йылына арналды

 

Белеүегеҙсә,  Рәсәйҙә 2002 йылдан башлап бөтә музейҙарҙа ла йыл һайын "МУЗЕЙҘАР ТӨНӨ" акцияһы үткәрелә.
Быйылғы "Музейҙар төнө", Рәсәйҙә иғлан ителгән Ғаилә йылына арналып, "БЫУЫНДАН БЫУЫНҒА. ҒАИЛӘ ҠОМАРТҠЫЛАРЫ" темаһы буйынса ойошторолдо.

. Асҡын тарих-тыуған яҡты өйрнеү музейында ла
ҡыҙыҡлы һәм фәһемле  программа тәҡдим ителде.

Сараға бигерәк тә  бәләкәй балаларҙың әсәләренә эйәреп килеп, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән музей экспонаттарын ҡарауы, һорауҙар биреп, яңы мәғлүмәт алыуы, маскировкалау  селтәрен үреү буйынса ойошторолған оҫталыҡ дәресендә лә ихлас ҡатнашыуы һөйөндөрҙө. Балаларҙы кесе йәштән тарихи ваҡиғалар, ҡомартҡылар, ғөрөф-ғәҙәттәр менән таныштырыу уларҙы рухи яҡтан тәрбиәләй, мәҙәниәткә ылыҡтыра, тигән фекерҙең дөрөҫлөгөнә тағы бер тапҡыр инанды сараға килеүселәр.

Ҡыҙыҡһынған кешегә мәғлүмәт етерлек ине: Ғаилә йылына арнап төҙөлгән “Хеҙмәт династиялары йылъяҙмаһы” тигән күргәҙмәлә, мәҫәлән, нәҫелдәре менән төрлө өлкәлә  намыҫлы хеҙмәт һалған райондаштарыбыҙ тураһында бай мәғлүмәт алырға мөмкин ине. Бөйөк Ватан һуғышы, әлеге ваҡытта барған махсус хәрби операция ҡатнашыусылары тураһында ла айырым  бүлектәр әҙерләнгәйне. Сарала ҡатнашыусылар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән районыбыҙ тарихы, уның танылған шәхестәренә арналған бүлекте өйрәнде, иҫтәлектәре менән бүлеште.

Ололар балалар менән бергәләп маскировкалау селтәрен үрҙе. Бигерәк тә ҡыҙҙар  Зөбәржәт Ғәлинаға биҙәүестәр әҙерләү буйынса һорауҙарын яуҙырҙы. Уның матур алҡа, беләҙек һәм муйынсаларын  күреп, үҙҙәре лә эшләп ҡарарға теләк белдерҙе.

Галина Ғаббасова әҙерләгән сәйнүктәр һәм үҙе теккән ҡурсаҡтар күргәҙмәһе лә барыһына ла оҡшаны.

Кескәй ҡунаҡтарға   музей хеҙмәткәрҙәре “Төньяҡ амурҙары” фильмын да күрһәтте.
Музейға килеүсе һәр кем үҙенә ҡыҙыҡлы булған  мәғлүмәтте табып, рухи байлыҡ алып ҡайтты.

Наилә Имаева.

 

 

 

 

«Музейҙар төнө»  Ғаилә йылына арналды
«Музейҙар төнө»  Ғаилә йылына арналды
«Музейҙар төнө»  Ғаилә йылына арналды
«Музейҙар төнө»  Ғаилә йылына арналды
«Музейҙар төнө»  Ғаилә йылына арналды
«Музейҙар төнө»  Ғаилә йылына арналды
«Музейҙар төнө»  Ғаилә йылына арналды
«Музейҙар төнө»  Ғаилә йылына арналды
«Музейҙар төнө»  Ғаилә йылына арналды
«Музейҙар төнө»  Ғаилә йылына арналды
«Музейҙар төнө»  Ғаилә йылына арналды
«Музейҙар төнө»  Ғаилә йылына арналды
«Музейҙар төнө»  Ғаилә йылына арналды
«Музейҙар төнө»  Ғаилә йылына арналды
«Музейҙар төнө»  Ғаилә йылына арналды
«Музейҙар төнө» Ғаилә йылына арналды
Читайте нас: