Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Май , 16:16

Асҡын районының хаҡлы ялдағы талантлы уҡытыусыһы Мәмдүнә Зарипова ижадынан бер шәлкем

"Изге һөнәрле ижадсы" проекты тәҡдим итә:

Асҡын районының хаҡлы ялдағы талантлы уҡытыусыһы Мәмдүнә Зарипова ижадынан бер шәлкем
Асҡын районының хаҡлы ялдағы талантлы уҡытыусыһы Мәмдүнә Зарипова ижадынан бер шәлкем

Мәмдүнә ЗАРИПОВА 1951 йылдың 16 мартында Йәнкиҫәк ауылында тыуған. Кушноренко ауыл хужалығы техникумында, Бөрө дәүләт педагогия институтында белем ала. 44 йыл Иҫке Ҡазансы мәктәбендә эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас та әүҙем йәмәғәт эштәрен алып бара, ауылдың Ағинәйҙәр ҡорон етәкләй.

 

Мин бәхетле

Иртән торам, битеп йыуам,

Сәсемде һүтәм, үрәм.

Маңлайыма ни яҙылған

Мин бит шуларҙы күрәм.

Тауға менән, түбән төшәм,

Болондан сәскә йыям.

Шул сәскәләргә ҡарап

Үҙемде бәхетле тоям.

Мин бәхетле шуның өсөн:

Улым, ҡыҙҙар булғанға,

Һөйөп-һөйөлөп йәшәрҙәй

Хәләл йәрем булғанға.

 

Өләсәй бәхете

Өләсәй, тип өндәшәләр

Ейәндәрем үҙемә.

Бәхет, шатлыҡ һәм һаулыҡтар

Теләйем үҙҙәренә.

Илдар, Илмир, Юлай, Вилдан –

Бер туғандан тыуғандар.

Өләсәйҙәрен күрергә,

Ҡунаҡҡа, тип ҡайтҡандар.

Йыйылһалар дүртәүләп,

Уйнашалар бергәләп.

Береһе – йырлай, береһе – бейей,

Береһе китә мүкәйләп.

Эй шаяндар, эй батырҙар –

Бәхетегеҙ булһасы.

Һеҙҙең бәхеттәрҙе генә

Күреп йәшәү яҙһасы.

 

Китапханасы Гөлфинә

Ауылдың тап уртаһында

Гөрләй китапханабыҙ.

Буш тормай ул һис кенә лә –

Һәр саҡ теләп барабыҙ.

Китапханасы дуҫыбыҙ –

Изге йәнле Гөлфинә.

Олоноң да, кесенең дә

Күңелен күрә белә.

Уңған хужабикә өйҙә,

Наҙлы әсәй һәм ҡатын.

Яратабыҙ беҙ ҙә уны,

Бөтәбеҙгә ул яҡын.

Китапхананың эстәре

Күмелгән гөл-сәскәгә.

Китап уҡып, ял итәбеҙ

Йыйылышып гел генә.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Асҡын районының хаҡлы ялдағы талантлы уҡытыусыһы Мәмдүнә Зарипова ижадынан бер шәлкем
Асҡын районының хаҡлы ялдағы талантлы уҡытыусыһы Мәмдүнә Зарипова ижадынан бер шәлкем
Автор:
Читайте нас: