Йәнтөйәк
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Апрель , 09:00

Тәбиғәте менән бейеүсе ул

Азат Фәнил улы Ибраһимов Борай районы халҡына “Ынйы”, “Дуҫлыҡ” бейеү төркөмдәре аша таныш. Бәләкәйҙән бейеүсе булырға хыялланған яҡташыбыҙ бөгөн яңынан-яңы уңыштары менән һөйөндөрә.

Тәбиғәте менән бейеүсе ул
Тәбиғәте менән бейеүсе ул

Ҡузбай ауылында тыуған Азаттың бала сағы Яңы Таҙларҙа уҙа. Беренсе класҡа барғанда Ибраһимовтар ғаиләһе район үҙәгенә күсә. Шул ваҡытта район Мәҙәниәт йортонда “Ынйылар” бейеү төркөмөнә йөрөй башлай, остаздары Маргарита Ғандалипова менән Радик Бәкиров була.
— 11-се класты тамамлағас, Өфө дәүләт университетына юл тоттом. Иҡтисад кафедраһында ойоштороусы менеджер һөнәрен үҙләштергәс, Екатеринбург ҡалаһында хәрби бурысымды үтәнем. Өфөлә уҡығанда бер рәттән ансамбль етәксеһе һөнәренә лә уҡыным, — ти Азат, йылмайып.
Яҡташыбыҙ Борайға ҡайтҡас, район ҡулланыусылар системаһында техник мәсьәләләр буйынса етәксе урынбаҫары булып хеҙмәт юлын башлай. Һуңыраҡ уны йәштәр үҙәге директоры итеп ҡуялар. Ике йыл музыка мәктәбендә хореография уҡытырға ла өлгөрә. Һуңғы ике йылда район Мәҙәниәт йортонда “Ынйы” өлгөлө балалар һәм “Дуҫлыҡ” халыҡ бейеү ансамблдәре етәксеһе булып бар көсөн һала.
Ҡайҙа ғына уҡыһа ла, ҡайҙа ғына эшләһә лә, бейеүҙе ташламай Азат Фәнил улы. Студент саҡтарында Фәнис Сәлимйән улы Әбделмәнов етәкселегендәге “Ирәндек” халыҡ бейеү ансамбле коллективы менән сығыш яһай. Армияла хеҙмәт иткәндә хәрби ансамблдә бейей. Райпола эшләгәндә лә яратҡан шөғөлөнә тоғро ҡала. Шул йылдарҙа “Дуҫлыҡ” ансамблен ойоштора.
Азаттың бейегәнен күреп ғашиҡ булыусылар күптер ул! Халыҡ һәм стилләштерелгән бейеүҙәрҙе уның кеүек башҡарыусы тағын бармы икән?!
Азат Ибраһимов етәкселегендәге ансамблдәр республика, Бөтә Рәсәй конкурстарында, фестивалдәрендә башҡорт, татар һәм башҡа милли бейеүҙәр менән ҡатнашып, призлы урындар яулай. Мәҫәлән, ағымдағы йылдың 8-9 мартында Ҡазан ҡалаһында “Булмышы — артист!” грант фестиваль-конкурсы уҙҙы. Районыбыҙ данын Азат Ибраһимов етәкселегендәге “Ынйы” өлгөлө балалар бейеү ансамбле яҡланы һәм икенсе дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Ә ансамбль етәксеһе “Сәнғәт етәкселеге өсөн” номинацияһында махсус диплом һәм Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
“Ынйы”, “Дуҫлыҡ” бейеү ансамблдәре районыбыҙҙың йөҙөк ҡашы булып тора. Уларҙан башҡа бер генә сара ла уҙмай Борайҙа. “Ынйы” өлгөлө бейеү ансамблендә иң йәш бейеүсегә — биш, “Дуҫлыҡ” халыҡ бейеү ансамбленең иң оло ағзаһына — 38 йәш. Ике бейеү төркөмөнә 50-гә яҡын кеше йөрөй. Азат Фәнил улы үҙе лә “Дуҫлыҡ” төркөмөндә бейей.
Тәбиғәте менән бейеүсе ул Азат. Йөҙөнән йылмайыу китмәгән егеткә киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ уңыштар юлдаш булһын!

Лира ЮРАСОВА.

Борай районы.

Тәбиғәте менән бейеүсе ул
Тәбиғәте менән бейеүсе ул
Автор:
Читайте нас: