Йәнтөйәк
-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Март , 13:02

Һоҡланғыс һәм талантлы гүзәл зат

Рәфилә Мөнирова “Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн”  миҙалы менән бүләкләнде

Һоҡланғыс һәм талантлы  гүзәл зат
Һоҡланғыс һәм талантлы гүзәл зат

Рәсәй мәҙәниәте хеҙмәткәре көнө алдынан Өфөлә бер төркөм мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелен тәбрикләнеләр. Улар араһында Ҡариҙел районынан Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған  мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Йәшлек” халыҡ бейеүҙәре халыҡ ансамбле етәксеһе Рәфилә Мөнирова ла бар ине.  Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы менән Рәфилә  Мөғәллим ҡыҙы  “Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн”  миҙалына лайыҡ булды. Дәүләт наградаһын Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова тапшырҙы.

Рәфилә Мөғәллим ҡыҙы  40 йыл буйына тыуған районы мәнфәғәте өсөн ҡанатланып ижад итә.  Уның хеҙмәт кенәгәһендә “бейеү ансамбле етәксеһе” тигән бер генә яҙма бар. Талантлы бейеүсе һәм етәксе  төҙөгән “Йәшлек” халыҡ бейеүҙәре  ансамбле күптән инде хаҡлы рәүештә “халыҡ” исемен яулап, халыҡ һөйөүенә төрөнөп ижад итә, әленән-әле төрлө конкурстарҙа еңеү яулап, Ҡариҙелде данлай. Рәфилә Мөнирова етәкселегендәге “Йәшлек” бейеү ансамбленең ҡаҙаныштарын һанап бөтөрөү мөмкин дә түгел. Республикала ғына түгел, сит өлкәләрҙә, күрше Татарстан, Санкт-Петербург, Сочи ҡалаларынан  да һәр саҡ еңеү менән  ҡайта улар. Шулай ҙа наградалар янында “Байыҡ” телевизион конкурсы бүләктәре айырым урын алып тора. “Байыҡ”тың  алтын ситектәренә “йәшлек”тәр бер нисә тапҡыр лайыҡ була.

Үткән 2023 йыл Рәфилә Мөғәллим ҡыҙы өсөн үтә лә иҫтәлекле була. Ул  күркәм ғүмер байрамын —  60 йәшен билдәләне. Яратҡан тормош иптәше Таһир Әғзәм улы  Мөниров менән бәхетле ғүмер итеүенә лә  һәм   “Йәшлек” халыҡ бейеүҙәре ансамбле төҙөлөүенә лә  40  йыл тулды. Мөнировтарҙың “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсында еңеү яулауы уларҙың, ысынлап та,  һәр яҡтан өлгөлө һәм булдыҡлы ғаилә булыуын тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы.

Ижад ялҡынында ҡайнап йәшәгән, яңынан-яңы бейеүҙәре менән һоҡландырған  Рәфилә Мөғәллим ҡыҙы бөгөн һөйөклө ҡатын, хәстәрлекле әсәй һәм өләсәй булыуы менән дә бәхетле. “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй  конкурсында   еңеүе уға тағы ла дәрт-дарман өҫтәй.  Ә Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан тапшырылған “Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн” миҙалы  Рәфилә Мөғәллим ҡыҙының күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәтенә лайыҡлы баһа булды.

Наилә Имаева әҙерләне.

Һоҡланғыс һәм талантлы  гүзәл зат
Һоҡланғыс һәм талантлы гүзәл зат
Автор:
Читайте нас: