Йәнтөйәк
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Март , 14:51

Ҡашҡалар ата-бабаларының кейемдәрен тергеҙә

“Туған телебездә сүләшәбез һәм аралашабыҙ” проекты сиктәрендә бик күп фәһемле саралар үткәрелә

Ҡашҡалар ата-бабаларының кейемдәрен тергеҙә
Ҡашҡалар ата-бабаларының кейемдәрен тергеҙә

Башҡорт халҡының милли кейеме тураһында һүҙ барғанда беҙҙең күҙ алдына бейеүселәр кейгән сәхнә костюмдары килеп баҫа, әммә ысынында, улар күпкә ҡыҙыҡлыраҡ һәм тәрәнерәк. Өләсәйҙәребеҙҙең һәм ҡарт өләсәйҙәребеҙҙең кейемдәре Балыҡсы ырыуы башҡорттарының тарихын һаҡлай. Балыҡсы башҡорттарының милли кейемен тергеҙеү менән ҡашҡалар ентекләп шөғөлләнә. Һәм улар ауыл халҡы араһында был кейемдәрҙе трендҡа әйләндерергә теләй.

Ҡашҡа мәктәбе үткән йыл Башҡортостан Республикаһы  Башлығы гранттары фонды ярҙамында Башҡортостан Башлығы грантын отто. “Туған телебездә сүләшәбез һәм аралашабыҙ” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә бик күп фәһемле саралар үткәрелә. Мәктәпкә беҙҙең ерлеккә хас ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар кейем өлгөләре буйынса тегелгән этнографик милли костюмдар коллекцияһы ҡайтарылды. Проектта ҡатнашыусылар үҙҙәренең йәнтөйәгенең милли мәҙәниәте менән ғорурлана. Проект бурыстарының береһе ата-бабаларыбыҙ кейемдәрен өйрәнеү ине. Гөмбә һәм Ҡашҡа ауылдарында  Руза һәм Мәжит Әхмәҙишиндарҙың һәм Вәсбиә Феткулованың шәхси ғаилә коллекцияларына ҡараған һоҡланғыс этнографик материал тупланған.

  • Проект буйынса төп нөсхәләре нигеҙендә бишәр ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар кейеме тегеү ҡаралғайны. Бының өсөн беҙ күлдәк, алъяпҡыс, ирҙәр күлдәге, ыштан, түбәтәй, ҡатын-ҡыҙҙар камзулын төп нөсхәһендә һәм ирҙәр камзулы эскизын “Тамға” ижади берекмәһе етәксеһе, этнодизайнер Зөлфиә Красноваға тәҡдим иттек. Ул үҙенең командаһы — үҙ эшенең оҫталары Динария Шәрәфетдинова һәм Ләйсән Ғәниева менән берлектә проектыбыҙҙы тормошҡа ашырыуҙа ихлас ярҙам итте. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының кейеме буйынса әҙәбиәтте һәм беҙҙең коллекциянан кейемдәрҙең төп нөсхәләрен өйрәнеп, беҙҙең яҡтың бай үткәнен сағылдырған кейем тегә алдыҡ. Оҫталар туҡымаларҙы, төҫтәрҙе, тейешле төймәләрҙе һәм коллекцияның башҡа элементтарын һайлауға бик етди ҡараған, шуның һөҙөмтәһендә костюмдарыбыҙ сағыу, матур килеп сыҡты. Оҫталар Ҡашҡа һәм Гөмбә ауылдары башҡорт милли кейеменең бөтә үҙенсәлектәрен иҫәпкә алған, —тип һөйләй проект етәксеһе Лүзиә Ғәлиәкбәрова.

Малайҙар өсөн баш кейемдәре — түбәтәйҙәрҙе традицион һәм стилләштерелгән баш кейемдәре тегеү оҫтаһы Айгөл Сәйфуллина теккән.

Зөлфиә Краснова етәкселегендәге оҫталарҙың юғары һөнәрилеге һөҙөмтәһендә ҡашҡалар 65 йыл элек, 80 йылдан ашыу элек, был урынға ғына хас булған кейем коллекцияһының яңы вариантын булдырҙы. Һәр комплектты эшкәртеү һәм тегеү ысулдары теүәл һайлана. Һәр йөй проектта ҡатнашыусыларҙы ата-бабаларының тарихына һәм йәнтөйәгенең көнкүреш үҙенсәлектәренә яҡынайта. Тегелгән костюмдар уларҙың ғорурлығы һәм киләсәк быуындар өсөн мәҙәни мираҫты һаҡлау мөмкинлеге булып тора.

— Кейем коллекцияһын кейеп ҡарағандан һуң балалар ҙа, уҡытыусылар ҙа һоҡланды, бала сағын, ошондай кейемдәр кейгән олатай-өләсәйҙәрен иҫкә алды. “Туған телебездә сүләшәбез һәм аралашабыз” проектында ҡатнашыусылар исеменән үҙ эшенең оҫталары Зөлфиә Краснова, Динария Шәрәфетдинова, Ләйсән Ғәниева, Айгөл Сәйфуллинаға башҡарған тырыш хеҙмәттәре өсөн ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ, — ти Лүзиә Әхәт ҡыҙы.

Тарихҡа күҙ һалһаҡ

Руза һәм Мәжит Әхмәҙишиндар ғаиләһе коллекцияһындағы ҡатын-ҡыҙ һәм ирҙәр кейемдәренең төп нөсхәләрен оҫта хужабикә  Руза апай теккән. 1958 йылда әсәһе өсөн ебәк күлдәк тегә. Гөмбә ауылы ҡатын-ҡыҙҙарында, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының башҡа ҡатын-ҡыҙҙарындағы кеүек үк, алъяпҡыс гүзәл зат кейеменең ҡәҙерле элементы булып һаналған. Элек ун биш йәшенә һәр ҡыҙ үҙенә бирнә — үҙе өсөн тулы ҡатын-ҡыҙ кейеме, буласаҡ тормош иптәше, ҡәйнәһе һәм ҡайнатаһы, шулай уҡ иренең ҡустылары һәм һеңлеләре өсөн кейем, өй эсенә туҡылған, сигелгән, бәйләнгән әйберҙәр, япмалар, шаршауҙар әҙерләргә тейеш булған. Кәләштең сигеүле алъяпҡысы төньяҡ-көнбайыш башҡорттарында иң ҡиммәтле кейем элементы булған.

Оригиналь варианттың алъяпҡысын Руза Шәрифғәли ҡыҙы 1960 йылда үҙенә бирнә итеп тегә,  шуның менән кейәүгә сыға һәм аны ҡәҙерләп һаҡлай. Был алъяпҡысты ул изге ҡомартҡы итеп күреп, уның күкрәкте һаҡлаған  өлөшө ғаилә бәхетен һаҡлағандыр тип уйлағанын аңлатты ул үҙе. Улар ире Мәжит Йәсәүи улы менән оҙон, бәхетле ғүмер кисерә. Проект сиктәрендә боронғо кейемдәрҙе тергеҙеү өсөн тәҡдим ителгән Әхмәҙишиндар ғаиләһенең бөтә кейем коллекцияһы уның үҙ ҡулдары менән тегелгән. Шулай уҡ Гөмбә ауылы халҡы ла Руза апай теккән күлдәктәрҙә, алъяпҡыстарҙа, камзулдарҙа йөрөй һәм уның тураһында йылы хәтирәләр һаҡлай.

Ирҙәр камзулы Мәжит бабай кейгән йәшел бәрхәттән тегелгән ирҙәр камзулы эскизы буйынса тегелгән (төп нөсхәһе һаҡланмаған). Камзулды шулай уҡ уның ҡатыны Руза апай теккән була.

Беҙ кейем коллекцияһын ҙур ғорурлыҡ менән “Руза һәм Мәжит” тип атаныҡ. Һәм был осраҡлы түгел. Руза апай һәм Мәжит бабай ауылыбыҙҙың абруйлы кешеләре булды. Сәләмәт тормош рәүеше алып барғандар, хеҙмәт ветерандары. Оҙаҡ йылдар Мәжит бабай Гөмбә ауылының имам-хатибы булып торған. Әхмәҙишиндар ғүмер буйы район мәнфәғәтенә эшләгән.

“Руза һәм Мәжит” коллекцияһы бишәр пар ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат кейеменән тора: күлдәктәр, алъяпҡыстар, ыштандар,  камзулдар, француз яулыҡтары, түбәтәйҙәр.

Яңы этнографик костюмдар проект сиктәрендә ҡатнашыусылар тарафынан мәҙәни ҡиммәттәр, төньяҡ-көнбайыш диалекты аша үҙебеҙҙең милли байрамдар менән танышыуға йүнәлтелгән саралар үткәргәндә файҙаланыласаҡ. Проект тамамланғас, балалар тыуған яҡты өйрәнеү һәм этник материалдар йыйыу, эшкәртеү буйынса ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеген дауам итәсәк,  конференцияларҙа, театр-фольклор конкурстарында, күргәҙмәләрҙә үҙ туған телендә һәм Гөмбә, Ҡашҡа ауылдарына ғына хас булған яңы этнографик костюмдарҙа сығыш яһаясаҡ.

Беҙ  Еңеү хаҡына йәшәгән һәм эшләгән бөтә ауылдаштарға, һуғыш балаларына ла оло ихтирамыбыҙҙы һәм хөрмәтебеҙҙе күрһәтергә тейешбеҙ, тип иҫәпләйем. Улар үҙҙәренең бәләкәй Ватанының ысын патриоттары булып тора. Тарихыбыҙҙы онотмаҫҡа һәм балаларҙы Тыуған илебеҙҙең тарихы, фольклоры, көнкүреше үҙенсәлектәре менән таныштырыу эшен әүҙем алып барырға тейешбеҙ. Был  — быуындар бәйләнеше, уны беҙ йәштәргә тапшырырға бурыслы.

Фәйрүзә Юнысова.

Ҡашҡалар ата-бабаларының кейемдәрен тергеҙә
Ҡашҡалар ата-бабаларының кейемдәрен тергеҙә
Ҡашҡалар ата-бабаларының кейемдәрен тергеҙә
Ҡашҡалар ата-бабаларының кейемдәрен тергеҙә
Ҡашҡалар ата-бабаларының кейемдәрен тергеҙә
Ҡашҡалар ата-бабаларының кейемдәрен тергеҙә
Ҡашҡалар ата-бабаларының кейемдәрен тергеҙә
Ҡашҡалар ата-бабаларының кейемдәрен тергеҙә
Ҡашҡалар ата-бабаларының кейемдәрен тергеҙә
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: