Районда коммерцияға ҡарамаған берләшмәләр һәм белем биреү учреждениелары грант аҡсаларын йәлеп итеү буйынса уңышлы эш алып бара, төрлө фондтарҙың конкурс һайлап алыуҙарында әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, былтыр муниципалитетта бөтә гранттар буйынса йәлеп ителгән аҡсалар суммаһы 3,4 миллион һум тәшкил итте.
«Тигеҙ мөмкинлектәр территорияһы» (биҙәү-ҡулланма сәнғәте, көршәкселек эше, күн әйберҙәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре һ.б.), Йәкшәмбе мәктәбе, китапхана оҫтаханалары, телмәр мобиль үҙәге, балалар башланғыстары үҙәге, мультипликация студияһы, остазлыҡ проекты, йәштәр медиа берләшмәһе һәм башҡа проекттарҙы тормошҡа ашырыуға аҡса алыу мөмкин булды.
Президент мәҙәни башланғыстар фонды грантын алған шундай проекттарҙың береһе — Ҡариҙел 2-се балалар баҡсаһы педагогтары әҙерләгән “Бишек” этно-квесы. Өлкән тәрбиәсе Лилиә Дәүләтшина етәкселегендәге остаздар командаһы үҙенсәлекле квест әҙерләне. Ул уйын формаһында балаларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен рус һәм башҡорт мәҙәниәте үҙенсәлектәре менән таныштыра. Уҡытыусылар ҡыҙыҡлы материал тупланы, фәһемле презентациялар, мауыҡтырғыс сценарийҙар һәм сағыу атрибуттар әҙерләне. “Кейемдәр”, “Ҡунаҡта”, “Мейес янында”, ”Оҫталар”, “Уйнайыҡ”, “Ҡурай-һыбыҙғы”, “Музей” станцияларында мәктәпкәсә йәштәге балалар халыҡ уйын ҡоралдарында уйнаны, ысын көршәксе түңәрәге ярҙамында балсыҡтан һауыт-һаба, тоҙло ҡамырҙан төрлө фигуралар һылап эшләне, рус халыҡ баш кейемдәрен һәм күкрәксәләрҙе биҙәне.
“Бишек” этно-квест проектын ойоштороусылар уны үҙҙәре эшләгән мәктәпкәсә учреждениела ғына тормошҡа ашырманы — Байҡы һәм район үҙәгенең барлыҡ балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәрен дә халыҡ мәҙәниәтенә йәлеп итте. Балалар һәм ата-әсәләр үҙҙәрен төрлө һөнәрҙәрҙә һынап ҡараны, төрлө йүнәлештәрҙә оҫталыҡтарын күрһәтте, башҡорт һәм рус халҡының мәҙәни мираҫы тураһында бик күп файҙалы мәғлүмәт алды.
Лилиә Бәҙретдинова.