Йәнтөйәк
0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Ғинуар , 11:53

Яҙыусы, яугир Али Карнай төбәгендә

Мишкә районында күренекле башҡорт яҙыусыһына арналған саралар уҙҙы

Яҙыусы, яугир Али Карнай төбәгендә
Яҙыусы, яугир Али Карнай төбәгендә

Ялҡынлы публицист, очерктар оҫтаһы, тәржемәсе, мөхәррир һәм яугир Али Карнай (төп исеме Имамғәли Мөхәммәтдин улы Зөлҡәрнәев) тыуыуына 120 йыл тулды. Ошо көндәрҙә уның тыуған ауылы Оло Шаҙыла һәм район үҙәге Мишкәлә ошо уңайҙан тәрән йөкмәткеле саралар уҙҙы. Унда баш ҡалабыҙҙан да мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.
Сара тәүҙә Әнисә Закирова ойоштороуында Оло Шаҙы ауыл мәктәбендә уҡыусылар менән осрашыуҙан башланды. Унда "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина балалар менән йәнле әңгәмә ҡорҙо, әүҙем ҡатнашып ултырған кескәйҙәргә бүләккә китап, журнал таратты. Тарихсы, журналист Азат Ярмуллин, тарихсы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы белгесе Нурислам Ҡалмантаев, "Аҡбуҙат" журналының бүлек мөхәррире Айгөл Ғәбитова ла үҙ һүҙҙәрен әйтте.
Осрашыу артабан мәҙәниәт йортонда дауам итте. Кисәне китапхана хеҙмәткәре Гөлфинә Аллаярова менән Наилә Шириязданова алып барҙы. Илфаҡ Арысланов, Эльвира Шәйҙуллина моңло тауыштары менән ҡыуандырҙы. Һәүәҫкәр артистар Али Карнайҙың әҫәренән өҙөк сәхнәләштерҙе.
— Тәүге тапҡыр Оло Шаҙы ауылында студент сағымда - 1994 йылда булдым. Курс эшем "Али Карнай публицистикаһы" тип аталды. Яҙыусы минең тыуған Дәүләкән районында ла эшләп киткән булған, — тип, шағирә, журналист, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәрррире Лариса Абдуллина Али Карнайҙың һүҙе һәм эше менән Ватанға тоғро хеҙмәт итеүе тураһында һөйләне.
Яҙыусы ҡулына ҡорал тотоп фашизмға ҡаршы көрәшә. Ул хеҙмәт иткән дивизияның легендар генералы М. Шайморатов уның автор булараҡ яугирҙар тураһында яҙған очерктарын юғары баһалай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Али Карнай 1943 йылда һуғышта һәләк була.
Лариса Хашим ҡыҙы Али Карнайҙың ижадын өйрәнгәндә уның улы — Ялта ҡалаһында йәшәгән Сәрим Карнайҙы эҙләп таба. Шунда уҡ яҙыусының ейәне Роман һәм бүләләре лә йәшәй икән. Ҡырымда бергәләп төшкән фотоларҙы Лариса Хашим ҡыҙы Али Карнай исемен ғорур йөрөткән мәктәпкә бүләк итте.
Али Карнайҙың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған сараларҙы ойоштороуҙа Мишкә районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мөнир Нурисламовтың индергән өлөшө ҙур. Ул да сараға йыйылғандарҙы сәләмләне, осрашыуҙа шулай уҡ Оло Шаҙы ауыл биләмәһе башлығы Рәсил Аллаяров та сығыш яһаны. Нуриман Ситдиҡов бик күп билдәле шәхестәр сыҡҡан ауылға арнап яҙған шиғырын уҡыны.
Шулай уҡ Мишкә тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһында ла яҙыусыға арналған бай йөкмәткеле сара уҙҙы. Унда Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Искәндәр Хәсәнов, Мишкә районының мәҙәниәт бүлеге начальнигы Радион Плотников, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мөнир Нурисламов ҡатнашты.
Сараны район Мәҙәниәт йорто баясылары Данил Әсләмов һәм Динар Нәжметдинов асты. Барлыҡ ҡатнашыусыларҙы Айгиз Баймөхәмәтов сәләмләп, китапханаға үҙенең китабын бүләк итте. Ҡәҙим Әбделғәлим улы үҙенең сығышында яҙыусының биографияһынан ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр һөйләне һәм үҙенең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Шулай уҡ ул да китапханаға шиғырҙар йыйынтығын бүләк итте.
Ҡунаҡтарҙы район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мөнир Нурисламов сәләмләп, Мишкә районының билдәле шәхестәргә бай булыуы, мишкәләрҙең улар менән ғорурланып йәшәүе тураһында һөйләһә, Эске Эштәр министрлығы һәм мәғариф ветераны Харис Ғәйфуллин Али Карнайҙың апаһының ата-әсәһе менән күршелә генә йәшәүе тураһында бәйән итте.
Алып барыусылар Али Карнайҙың тормош һәм ижад юлы тураһында һөйләне. Ҡунаҡтар иғтибарына документаль фильмдарҙан өҙөктәр күрһәтелде. Али Карнайҙың “Йырланып бөтмәгән йыр” хикәйәһенән өҙөктө Оло Шаҙы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре күрһәтте. Шулай уҡ ошо исем аҫтында күргәҙмә лә ойошторолғайны.
Күренекле башҡорт яҙыусыһы Али Карнайҙың әҙәби мираҫын ҡәҙерләп һаҡлаған һәм йәш быуынға еткергән мишкәләргә афарин, тибеҙ!

 


Илһөйәр Махатова әҙерләне.

Яҙыусы, яугир Али Карнай төбәгендә
Яҙыусы, яугир Али Карнай төбәгендә
Яҙыусы, яугир Али Карнай төбәгендә
Яҙыусы, яугир Али Карнай төбәгендә
Яҙыусы, яугир Али Карнай төбәгендә
Яҙыусы, яугир Али Карнай төбәгендә
Яҙыусы, яугир Али Карнай төбәгендә
Яҙыусы, яугир Али Карнай төбәгендә
Автор:
Читайте нас: