Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Ғинуар , 09:00

Иң яҡшы уҡытыусыны һайланылар

Борай 3-сө мәктәбендә “Йыл уҡытыусыһы – 2024” Бөтә Рәсәй һөнәри конкурсының муниципаль этабы финалы үтте.

Иң яҡшы уҡытыусыны һайланылар
Иң яҡшы уҡытыусыны һайланылар

Унда 14 уҡытыусы ҡатнашты. Бәйге ике этаптан торҙо. Ситтән тороп үткән тәүге этапта ҡатнашыусылар үҙҙәренең сайтын тәҡдим итеп, “Мин — уҡытыусы” темаһына эссе яҙҙы. Икенсе этап үҙе ике турҙан торҙо: “Дәрес” һәм “ Тәрбиәүи сара”. Беренсе турҙан һуң финалға ете уҡытыусы сыҡты. Улар араһынан “Йыл уҡытыусыһы - 2024” номинацияһының абсолют еңеүсеһе итеп Ленара Әүхәтова һайланды. Ул Борай 3-сө мәктәбендә информатика уҡыта.
Борай 1-се мәктәбенән Гөлсәсәк Ҡазыханова — “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, ә Альбина Нурмиева “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” номинацияларында еңеү яуланы. “Тамашасы һөйөүе” номинацияһы бүләгәенә Шабай ауылының туған телдәр уҡытыусыһы Рания Зиннурова лайыҡ булды.
Еңеүселәр Почет грамоталары һәм аҡсалата сертификаттар менән бүләкләнде.


Наилә Имаева әҙерләне.

Иң яҡшы уҡытыусыны һайланылар
Иң яҡшы уҡытыусыны һайланылар
Иң яҡшы уҡытыусыны һайланылар
Иң яҡшы уҡытыусыны һайланылар
Иң яҡшы уҡытыусыны һайланылар
Иң яҡшы уҡытыусыны һайланылар
Иң яҡшы уҡытыусыны һайланылар
Иң яҡшы уҡытыусыны һайланылар
Иң яҡшы уҡытыусыны һайланылар
Автор:
Читайте нас: