Йәнтөйәк
+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Октябрь 2023, 11:15

Онотолоп барған халыҡ уйындарына йән өрҙөләр

“Башҡорт йолалары вариҫтары” беренсе республика халыҡ ижады фестивале сиктәрендә уҙған  "Уйын" бәйгеһе еңеүселәре тураһында сайтыбыҙға инеп уҡый алаһығыҙ:

Онотолоп барған халыҡ уйындарына йән өрҙөләр
Онотолоп барған халыҡ уйындарына йән өрҙөләр

“Башҡорт йолалары вариҫтары” беренсе республика халыҡ ижады фестивале сиктәрендә  "Уйын" бәйгеһе үтте. Онотолоп барған халыҡ уйындарын,  йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү,  уларҙың үҙенсәлеген   нығытыу һәм үҫтереү маҡсатында ойошторолған  сарала республикабыҙҙың 16 районы һәм Пермь крайынан ике — Ҡуйыҙа һәм Барҙа районы  фольклор коллективтары   ҡатнашты.

Бәйгене асыу тантанаһында   сараға  йыйылыусыларҙы  Асҡын районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм  кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Эльза Ҡәҙим ҡыҙы Әхмәтгәрәева һәм  жюри рәйесе,  Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, реконструктор, “Амантай”  ижади берекмәһе етәксеһе  Рафаэль Альберт улы Амантаев сәләмләне, фестивалдең маҡсатын аңлатып,   ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.

Бәйгеселәрҙең сығышын   мәртәбәле жюри баһаланы. Уның составында  фольклорсы-тикшеренеүсе, “Хазина”  ҡала башҡорт фольклор фестивале етәксеһе Марат  Әнис улы Ғилманов,   Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, реконструктор, башҡорт халыҡ кейемдәре һәм ҡурсаҡтары  оҫтаһы Әлфиә Мәкәрим ҡыҙы Фазлыева,  Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Республика халыҡ ижады үҙәгенең халыҡ ижады бүлегенең әйҙәүсе белгесе,  “Мәргән уҡсы”  ойошмаһы   директоры Юлай Рәфҡәт улы Ғәлиуллин, Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе, фестиваль концепцияһы авторы”, “Кей”, “Уйын”  конкурстарының жюри секретары  Гөлгөнә Вәлит ҡыҙы Баймырҙина,  Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығының   ойоштороу-методик бүлеге мөдире, “Баһадир”  ярышының жюри яуаплы  секретары   Гөлзифа Альбирт ҡыҙы Мөхәмәтдинова эшләне.

“Уйын” бәйгеһе шундай йәнле, дәртле, сағыу сығыштарға бай булды. Унда  олоһо ла, кесеһе лә, хатта башҡорт ерендә йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәре лә ҡатнашты.  Бәйге барышында  үҙебеҙ бала саҡта яратып уйнаған таныш  уйындарҙы ла,   бөгөн онотола барған халыҡ уйындарын да яңынан астыҡ!  Уларҙың һәр береһендә  тарих,  халҡыбыҙҙың тормош-көнкүреш үҙенсәлеге сағыла.

Пермь крайы Барҙа  районынан  килеүсе  Гүзәл Нуриханова етәкселегендәге   "Еңгәсәй" фольклор ансамбле  “Иҫке Ғәйнә” бейеүен башҡарып,  бәйгелә  Гран- при яуланы.  Үҙ ерлектәренә генә  хас йырлы-уйынлы  бейеү һәр кемдең күңеленә хуш килде. Бәйге шарттары буйынса, улар этнографик кейемдә, үҙ яғынан сыҡҡан фольклор өлгөһөн күрһәтеп,   үҙ һөйләштәрендә  һөйләшеп, юғары   баһаға лайыҡ булды. Ғәйнә башҡорттарының сағыу һәм үҙенсәлекле  кейемдәре, шундай дәртле тыпырҙыҡтары  барыһын да һоҡландырҙы.

Ҡариҙелдәрҙең сығышы ла күңелдәрҙе елкендерҙе. Рәфилә Мөнирова етәкләгән ”Йәшлек” халыҡ бейеү ансамбле Ҡариҙел район Мәҙәниәт йортоноң фольклор ансамбле менән берлектә  “Киске уйын” тигән фольклор-бейеү тамашаһын күрһәтте. Уларҙың сығышында халҡыбыҙҙың дәрте лә, сәме лә, мөхәббәте лә, Тыуған илгә һөйөүе лә сағылды.  Ҡариҙелдәр 1-се дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды.

Балтас районынан килгән Гөлназ  Ғәлләмова етәкләгән “Малан” мишәр фолькор коллективы  “Эш бөткәс уйнарға ярай тигән” йырлы-бейеүле уйынды шул тиклем еренә еткереп, дәртле, сағыу һәм йәнле итеп уйнап күрһәтте.  Был уйында мишәр халҡының рухи байлығы ярылып ята, йор һүҙлелеге, дәрт-дарманы сағылды.

Иглин районынан килгән Лилиә Ғәлимйәнова етәкселегендәге “Меңлеләр”  башҡорт фольклор коллективы  “Тыуған яҡ уйындары” тигән сығыш әҙерләгәйне.  Улар үҙҙәренең артислыҡ оҫталығы менән дә, уйындарының  ҡабатланмаҫ  булыуы менән дә тамашасылар күңелен яулай алды.  Төрлө йәштәге уйынсылар тамашасыларҙы ла сәхнәгә саҡырып, гөр килеп  үҙҙәренең ерлегендә уйнаған уйындарын өйрәтте. Бигерәк тә таҫыллыҡ, түҙемлек талап иткән  “Тышау” уйыны оҡшаны.    

Балтас районының "Малан" һәм Иглин районының “Меңлеләр”  фольклор коллективтары 2-се дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды.

Өфө районынан килгән Ләйсән Йәнбирҙина етәкселегендәге “Йәшмәләр”  фольклор коллективы сәхнәгә сыҡҡас, залдағылар тын ҡалып, уларҙың һәр һүҙен, һәр хәрәкәтен, һәр йырын  йотлоғоп күҙәтте.  Улар башҡарыуында йырлы-бейеүле “Наҙа” уйыны ла, әйтешкә ҡоролған “Аҡ тирәк, күк тирәк” уйыны ла бөтөнләй яңыса төҫ алып, шундай йәнле, дәртле килеп сыҡты.

Ҡалтасы районынан бәйге ҡунағы итеп саҡырылған “Райдем-райдем”   мари халыҡ фольклор ансамбле  милли үҙенсәлектәрен, кейемдәрен, ауыҙ-тел ижадын бөгөнгә тиклем бөртөкләп һаҡлап, уларҙы шул тиклем оҫта итеп  тамашасыларға еткерә алыуы һәм  илһөйәр, телһөйәр булыуҙары менән  жюри ағзаларын да әҫир итте.   Һөҙөмтәлә,  Өфө районының “Йәшмәләр”  һәм Ҡалтасы районының “Райдем-райдем” фольклор коллективтары 3-сө дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды.

Бәйгенең махсус  бүләктәренә Тәтешле районынан  “Умырзая” һәм балалар,  Пермь крайы Ҡуйыҙа  районының,  шулай  уҡ  Яңауыл районының “Таныш моңдар”,  Асҡын районынан   район Мәҙәниәт йортоноң   “Хазина”,  Урмияҙ мәҙәниәт йортоноң “Ынйылар”,  Ҡашҡа ауыл мәҙәниәт йортоноң  “Дуҫлыҡ”,  Шаран районының һәм фольклор ансамблдәре  һәм Ҡариҙел районынан Камалиевтар ғаилә  ансамбле лайыҡ  булды.

 Ҡарткиҫәк  ауыл  мәҙәниәт йортоноң “Серҙәштәр” фольклор ансамбле  иһә  халҡыбыҙҙың кейемдәрен һаҡлағаны өсөн “Амантай” ижади үҙәгенең махсус бүләгенә лайыҡ булды.

Наилә Имаева.

Онотолоп барған халыҡ уйындарына йән өрҙөләр
Онотолоп барған халыҡ уйындарына йән өрҙөләр
Читайте нас: