Асҡында үткән “Башҡорт йолалары вариҫтары” беренсе республика халыҡ ижады фестивале сиктәрендә "Уйын" бәйгеһе лә ойошторолғайны. Пермь крайы Барҙа районынан килеүсе Гүзәл Нуриханова етәкселегендәге "Еңгәсәй" фольклор ансамбле “Иҫке Ғәйнә” бейеүен башҡарып, бәйгелә Гран- при яуланы.
Үҙ ерлектәренә генә хас йырлы-уйынлы бейеү һәр кемдең күңеленә хуш килде. Бәйге шарттары буйынса, улар этнографик кейемдә үҙ яғынан сыҡҡан фольклор өлгөһөн күрһәтеп, үҙ һөйләштәрендә һөйләшеп, юғары баһаға лайыҡ булды. Ғәйнә башҡорттарының сағыу һәм үҙенсәлекле кейемдәре, шундай дәртле тыпырҙыҡтары барыһын да һоҡландырҙы. Афарин, барҙалар!
Наилә Имаева.