“Уйын” бәйгеһендә республикабыҙҙың 16 районынан һәм Пермь крайының Барҙа һәм Ҡуйыҙа райондарынан фольклор коллективтары ҡатнашты.
“Уйын” бәйгеһен Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, реконструктор, “Амантай” ижади берекмәһе етәксеһе Рафаэль Альберт улы Амантаев етәкселегендәге мәртәбәле жюри баһаланы. Уның составында фольклорсы-тикшеренеүсе, “Хазина” ҡала башҡорт фольклор фестивале етәксеһе Марат Әнис улы Ғилманов, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, реконструктор, башҡорт халыҡ кейемдәре һәм ҡурсаҡтары оҫтаһы Әлфиә Мәкәрим ҡыҙы Фазлыева, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Республика халыҡ ижады үҙәгенең халыҡ ижады бүлегенең әйҙәүсе белгесе, “Мәргән уҡсы” ойошмаһы директоры Юлай Рәфҡәт улы Ғәлиуллин, Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе, фестиваль концепцияһы авторы”, “Кей”, “Уйын” конкурстарының жюри секретары Гөлгөнә Вәлит ҡыҙы Баймырҙина, Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығының ойоштороу-методик бүлеге мөдире, “Баһадир” ярышының жюри яуаплы секретары Гөлзифа Альбирт ҡыҙы Мөхәмәтдинова эшләне.
Наилә Имаева.