Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Август 2023, 20:00

Асҡын сәхнәһендә таланттар балҡыны

Бөгөн район Мәҙәниәт йортонда сәнғәт һөйөүселәр һәм ижади коллективтар араһында  “Тыуған ер минең йөрәгемдә” тигән художестволы үҙешмәкәр район конкурсы үтте.

Асҡын сәхнәһендә таланттар балҡыны
Асҡын сәхнәһендә таланттар балҡыны

“Тыуған ер минең йөрәгемдә” район конкурсын район хакимиәтенең Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр идаралығы  “Газпром трансгаз Уфа” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең финанс ярҙамы менән ойошторҙо.
Конкурс ике турҙа барҙы: 1-се тур - һайлап алыу, уны уңышлы үткәндәр финалға 2-се турға сыҡты.

Еңеүселәрҙе йәш үҙенсәлектәренә бүлеп, “Автор башҡарыусы”, “Халыҡ йырын башҡарыусы” , “Эстрада йырын башҡарыусы” һәм “Ижади коллективтар” номинацияларында айырым билдәләнеләр.

Конкурстың Гран-прийына Лилиә Ғәйзуллина лайыҡ булды.


Конкурстың гала-концерты һәм ҡатнашыусыларҙы, еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһында мәртәбәле ҡунаҡтар - район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов һәм “Газпром трансгаз Уфа” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директорының персонал менән идара итеү буйынса урынбаҫары Татьяна Ильинична Буравова ҡатнашты. Улар ҡатнашыусыларҙы һәм еңеүселәрҙе тәбрикләп, иҫтәлекле  бүләктәрҙе һәм дипломдарҙы тапшырҙы.

Гала-концертта конкурс еңеүселәре менән бер рәттән баш ҡала ҡунаҡтары - “Газпром трансгаз Уфа” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте әйҙәүсе инженеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Альбина Нуриманова, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, виртуоз баянсы Хәлит Фәтихов, “Далан” өлгөлө бейеү ансамбле һәм башҡалар сығыш яһап, сараға тағы ла йәм өҫтәне, йән өрҙө.

Тыуған ергә, халҡыбыҙға һөйөү менән һуғарылған йырҙар, дәртле бейеүҙәр, күңелдәрҙе елкендергән баян һәм ҡурай моңдары тамашасылар күңеленә хуш килде. “Тыуған ер минең йөрәгемдә” конкурсы районыбыҙҙа йыр-моң һөйгән, рухлы, талантлы кешеләрҙең бик күп булыуын тағы ла бер раҫланы.

Наилә Имаева.







Асҡын сәхнәһендә таланттар балҡыны
Асҡын сәхнәһендә таланттар балҡыны
Асҡын сәхнәһендә таланттар балҡыны
Асҡын сәхнәһендә таланттар балҡыны
Асҡын сәхнәһендә таланттар балҡыны
Асҡын сәхнәһендә таланттар балҡыны
Асҡын сәхнәһендә таланттар балҡыны
Асҡын сәхнәһендә таланттар балҡыны
Асҡын сәхнәһендә таланттар балҡыны
Читайте нас: