Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Июнь 2023, 10:55

Төп документҡа эйә булдылар

Рәсәй Федерацияһы гражданины паспортын алыу һәр йәш кешенең тормошонда иҫтәлекле ваҡиға. Ҡариҙел районында ун дүрт йәше тулған үҫмерҙәргә паспорт тапшырыу тантанаһы үтте. Йәш граждандарыбыҙҙы беҙ ҙә ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Төп документҡа эйә булдылар
Төп документҡа эйә булдылар

Ҡариҙелдә уҙған Һабантуй байрамында Рәсәй көнөнә арналған саралар ҙа ойошторолдо. Шуларҙың береһе 14 йәштәре тулған үҫмерҙәргә Рәсәй Федерацияһы гражданины паспортын тантаналы рәүештә тапшырыу булды.

Абыҙ төп дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыһы Леанна Зәйнетдинова һәм Ҡариҙел ауылының 2-cе урта мәктәбе уҡыусыһы Ульяна Әхмәтнурова өсөн был көн иң иҫтәлекле булғандыр. Сөнки уларға тәүге документтарын район хакимиәте башлығы Айҙар Әнғәм улы Шәйҙуллин тапшырҙы.
- Паспорт – ул илебеҙ йөҙө, Рәсәйебеҙҙең төп документы. Һеҙгә уны лайыҡлы йөрөтөргә һәм киләсәктә илебеҙ данын фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ менән данларһығыҙ тип ышанам, - тине Айҙар Әнғәм улы.
Йәш граждандарыбыҙҙы беҙ ҙә ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Гөлнара Солтанова.

Төп документҡа эйә булдылар
Төп документҡа эйә булдылар
Читайте нас: