Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Июнь 2023, 10:25

Рәсәй – бөйөк ил

Бөгөн,12 июндә, күп милләтле илебеҙ үҙенең төп байрамын – Рәсәй көнөн билдәләй. Был байрам Ватанын яратҡан, Рәсәйҙең азатлығы, бөйөклөгө һәм именлеге хаҡына быуаттарҙан килгән дөйөм халыҡ берҙәмлеге традицияларын ҡәҙерләп һаҡлаған барлыҡ кешеләр өсөн дә ҡәҙерле. Асҡында ла Рәсәй көнө ғорурлыҡ, илһөйәрлек хистәре менән киң билдәләнелде.  

Рәсәй – бөйөк ил
Рәсәй – бөйөк ил

 

Байрамдың төп саралары район Мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда уҙҙы. Әүҙем спорт төрөн үҙ итеүселәр велоуҙышта ҡатнашһа, олоһо кесеһе барыһы бергә халыҡ уйындары һәм төрлө мауыҡтырғыс конкурстар ойошторолған майҙанда мәж килде. Биләмә-ара китапхана хеҙмәткәрҙәре ойошторған күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәрендә лә теләгән һәр кем күңеленә яҡын мәғлүмәтте алды. “Һалдатҡа хат” акцияһында ҡатнашыусылар ҙа бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы райондаштарыбыҙға иң изге теләктәрен еткерҙе. Балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыларының диплом эшенән торған күргәҙмә лә барыһын да ла һоҡланыу уятты.

Рәсәй – бөйөк ил” тип аталған байрам концерты һәр кемдә илһөйәрлек, ғорурлыҡ, берҙәмлек хистәре уятҡандыр.

Сараға йыйылыусыларҙы Рәсәй көнө менән район хакимиәте башлығы Динис Йосопов ҡотланы. “Рәсәй Федерацияһы күп милләтле, талантлы, хеҙмәт һөйөүсән, илһөйәр халҡы менән көслө. Рәсәйҙе үҙенең уртаҡ йорто тип һанаусы халыҡтарҙың күп төрлөлөгө, милли мәҙәниәттәр гармонияһы һәм үҙ-ара уңайлы йоғонтоһо, тарихи традицияларға тоғролоҡ, ғәжәйеп бай рухи һәм интеллектуаль ҡеүәт, яуаплылыҡ, ирекле фекерләү һәм ижад итеү һәләте – алға табан тотороҡло һәм тайпылышһыҙ барыуҙың ысын нигеҙе”, - тине Динис Рәдис улы һәм бөгөн илебеҙ именлеге өсөн хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәүсе ир-егеттәребеҙгә рәхмәт белдерҙе. Махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан райондаштарыбыҙға хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәп, батырлыҡ, ҡыйыулыҡ күрһәткәндәре өсөн Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Районыбыҙ, республикабыҙ үҫешенә фиҙаҡәр хеҙмәттәре менән ҙур өлөш индереүсе хеҙмәт алдынғылары ла был көндө тәбрикләнде.

4 йәше тулған үҫмерҙәргә Рәсәй Федерацияһы паспортын тапшырыу тантанаһы сараға тағы ла мәртәбә өҫтәне. Шәхесте раҫлаған документ алып ҡыуаыусылар араһында уҡыу алдынғылары, спортсылар, олимпиада еңеүселәре һәм ижадсылар бар ине.

Артабан байрам программаһы илһөйәрлек, телһөйәрлек менән һуғарылған бай йөкмәткеле концерт  менән дауам итте. Сара байрам дискотекаһы менән тамамланды.

Наилә Имаева.

 

 

Рәсәй – бөйөк ил
Рәсәй – бөйөк ил
Рәсәй – бөйөк ил
Рәсәй – бөйөк ил
Рәсәй – бөйөк ил
Рәсәй – бөйөк ил
Рәсәй – бөйөк ил
Рәсәй – бөйөк ил
Рәсәй – бөйөк ил
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас