Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Май 2023, 14:45

Күренекле яҡташыбыҙҙың ижад кисәһе гөрләп үтте

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Башҡортостанда йәшәп ижад итеүсеТабын ырыуы вәкиле, талантлы йырсы Зөлфирә Фәрхетдинованың юбилей ижад кисәһе үтте.

Күренекле яҡташыбыҙҙың ижад кисәһе гөрләп үтте
Күренекле яҡташыбыҙҙың ижад кисәһе гөрләп үтте


Фәрхетдинова Зөлфирә Әғләм ҡыҙы — йырсы, ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1974 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы, педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы.

Зөлфирә Әғләм ҡыҙы Бәкерова (ҡыҙ фамилияһы) Башҡорт АССР-ының Балтас районы Маты ауылында тыуған.
Өфө музыкаль педагогия училищеһының 1-се курсын тамамлағас, Мәскәүгә уҡырға бара.
1969 йылда А. Т. Москаленко класы буйынса Гнесиндар исемендәге Мәскәү музыкаль- педагогия институтын тамамлай һәм 2001 йылға тиклем Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы булып эшләй.
Бер үк ваҡытта 1999 йылдан Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында музыкаль белем биреү кафедраһы мөдире. 2004 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Музыкаль педагогия буйынса 20-нән ашыу фәнни хеҙмәт, уҡытыу методик әсбаптар авторы.
Юбилей кисәһендә Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев, яҡташтары, туғандары, дуҫтары, уҡыусылары ихлас тәбрикләне. Шулай уҡ ҡотлауҙарға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Әлфис Ғаязов та ҡушылды, ә район Мәҙәниәт һарайы артистары Зөлфирә Әғләм ҡыҙына музыкаль номерҙар бүләк итте.


Гөлназ Ғәлләмова.

Күренекле яҡташыбыҙҙың ижад кисәһе гөрләп үтте
Күренекле яҡташыбыҙҙың ижад кисәһе гөрләп үтте
Күренекле яҡташыбыҙҙың ижад кисәһе гөрләп үтте
Күренекле яҡташыбыҙҙың ижад кисәһе гөрләп үтте
Автор:
Читайте нас: