Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Апрель 2023, 09:00

Һәр сараға йән өрәләр

“Жасмин” өлгөлө эстрада бейеүҙәре ансамбле райондың йөҙөк ҡашына әйләнде.

Һәр сараға йән өрәләр
Һәр сараға йән өрәләр

Районда тәүге көндәрҙән үк киң билдәлелек яулаған “Жасмин” өлгөлө эстрада бейеүҙәре ансамбле 2000 йылда Балалар ижады йортонда ойошторола. Ансамблдең алмаштырғыһыҙ етәксеһе һәм ойоштороусыһы — юғары категориялы өҫтәмә белем биреү педагогы Ирина Фәнзәүи ҡыҙы Баһауетдинова. Үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүҙә һәм уҡытыуҙа ҙур ҡаҙаныштары өсөн ул Башҡортостан Республикаһы Халыҡ мәғарифы министрлығының Почет грамотаһы, «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы» күкрәк билдәһе менән бүләкләнгән.

Борайҙа ябай ғаиләлә тыуып үҫеп, тәпәй баҫҡас та тиерлек бейеп киткән Ирина Фәнзәүи ҡыҙы мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ ҡалаһына мәҙәниәт техникумына юллана. Балетмейстер, хореограф белгеслеге алған ҡыҙ тыуған ауылында хеҙмәт юлын башлай. Балетмейстер булып эшләй башлауына ла 20 йылдан ашыу ваҡыт үтеп киткән. Уйлап ҡараһаң, күпме бала бейергә өйрәнгән, күпме бейеүҙәр ҡуйылған, күпме тырышлыҡ һалынған, күпме еңеүҙәр яуланған...
Ирина Фәнзәүи ҡыҙы ауылдаштарының, хеҙмәттәштәренең, ата-әсәләрҙең һәм ансамблдә ҡатнашыусыларҙың хөрмәтен лайыҡлы яулай. Ойоштороу һәләте, ныҡышмалылығы һәм тырышлығы арҡаһында коллективын маҡсаттарына ышаныслы алып бара тәжрибәле педагог.
Әлеге ваҡытта ансамбль составында дүрт йәштән 16 йәшкә тиклемге 100-ҙән ашыу кеше иҫәпләнә. 2012 йылда коллектив «өлгөлө» исеменә эйә була, артабан да уны уңышлы раҫлай. Аттестация комиссияһы ансамблдең юғары башҡарыу оҫталығын күп тапҡыр билдәләй.
“Жасмин” ансамбле ҙур ижади потенциалға эйә. Коллектив башҡарыуындағы бейеү композициялары үҙенсәлекле, сағыу костюмдар һәм атрибуттар менән айырылып тора, сюжет һыҙығына эйә. Уларҙың береһенән–береһе сағыуыраҡ сығыштары районда үткәрелгән һәр сараға йән өрә, йәм өҫтәй. Йыл һайын район, ҡала, республика, төбәк-ара мәҙәни сараларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулайҙар. Еңеүҙәре күп “жасмин”дарҙың, һанап бөтөрөрлөк түгел!
Тәжрибәле педагогка эштә ҙур һөҙөмтәлелеккә өлгәшеүҙә, матди база булдырыуҙа ата-әсәләр менән тығыҙ хеҙмәттәшлек ярҙам итә. Улар коллективтың бөтә эштәрендә беренсе ярҙамсы һәм бағыусы ғына түгел, ә фекерҙәштәр ҙә. Ата-әсәләр уҡытыусыға уның тырыш, фиҙаҡәр хеҙмәте, сабырлығы, балаларын бейеү сәнғәтенә ҡыҙыҡтыра алыуы өсөн рәхмәт белдерә.
Ирина Фәнзәүи ҡыҙы тормош иптәше менән Илдан һәм Илнар исемле ике ул тәрбиәләй. Ир менән ҡатын изгелек һәм әҙәплелек, ихтирам, йылы хистәр һәм тоғролоҡ өлгөһө булып тора.
Ирина Баһауетдинова етәкселегендәге “Жасмин” ансамбле халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, төбәк конкурстары һәм фестивалдәренең күп һанлы дипломанты. Йәш таланттар райондың төрлө тантаналы һәм байрам сараларында һәр ваҡыт уңышлы сығыш яһай. Йыл һайын коллектив отчет концертын да үткәрә. Был көндәрҙә, ғәҙәттә, залда алма төшөрлөк тә урын булмай.
Ирина Фәнзәүи ҡыҙы етәкселегендәге “Жасмин” тәрбиәләнеүселәре тормошта бер ҡасан да юғалып ҡалмай. Уларҙың ҡайһы берҙәре бейеү сәнғәте буйынса уҡыуын дауам итә, педагог булып та эшләй, профессиональ коллективтарҙа ла бейей.
— Бейеү менән мин бала саҡтан шөғөлләнәм. Ул минең өсөн тормош та, булмыш та, йәшәү рәүеше лә, хатта икмәгем дә. Бейеү – ул ябай хәрәкәттәр тупланмаһы ғына түгел, бейеү аша һүҙ менән әйтеп булмаҫтайҙы еткерергә була – уның тәғәйенләнеше лә, көсө лә шунда, — ти Ирина Баһауетдинова.

Гөлназ Мирхәйҙәрова.

Һәр сараға йән өрәләр
Һәр сараға йән өрәләр
Читайте нас: