Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Апрель 2023, 11:11

Сағыу таланттар балҡышы

"Студент яҙы – 2023" фестиваленең гала-концерты үтте.

Сағыу таланттар балҡышы
Сағыу таланттар балҡышы

Ҡала мәҙәниәт йортонда "Студент яҙы – 2023" фестиваленең гала- концерты үтте. Талантлы студенттар бай, күңелле һәм сағыу номерҙары менән сығыш яһаны.
Быйыл Гран-приға педагогика факультеты студенттары лайыҡ булды. «Башланғыс белем биреү» һәм «Рәсем сәнғәте» йүнәлештәренең икенсе курс студенттары тамашасыларға грузин халыҡ бейеүен тәҡдим итте (етәксеһе Г. Миңлеғолова). Улар республика «Студент яҙы»нда Бөрө филиалы данын яҡлаясаҡ.
Филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультеты студенттары башҡарыуында Роберт Рождественскийҙың «210 аҙым» поэмаһынан өҙөк сәнғәтле яңғырауы менән күңелдәрҙе арбаны. Бөрө уҡыусылары ҡатнашлығында хәрби постановка ла бик сағыу һәм йөкмәткеле булды, айырыуса «Зинка» шиғыры көслө яңғыраны.
Дөйөм алғанда, программа бай йөкмәткеле булды, ә кисәне алып барыусылар – Регина Хәтмуллина, Альбина Фәйезова һәм Данил Сергеев үҙ эшенең оҫталары булып сыҡты. Шуға күрә сәхнәлә барған ваҡиғаларҙың эстетикаһы һәм динамикаһы менән хайран ҡалған жюри ағзаларына бер уйға килеүе ауыр булды. Әммә улар ҙа үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты теүәл үтәне. Өфөнән килгән ҡунаҡтар Дөйөм Рәсәй мәғарифы республика профсоюз ойошмаһының һөнәри белем биреү бүлеге мөдире Михаил Шестаков, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Ренессанс» халыҡ бейеү театры етәксеһе Александр Родионов, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Илүзә Ноғманова һәр сығышты лайыҡлы баһаланы.
Бөрө районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Андрей Плотников, Рәсәй Федерацияһы халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәренең республика профсоюз ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Наил Нурмөхәмәтов, Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Петр Руднев, Үрге Ҡыйғы ауылының 2-се мәктәбе директоры Рәсүл Ҡазыханов, Бөрө хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Татьяна Сазонова ла студенттар ижадына һоҡланып, ләззәтләнеп ҡараны.
Йомғаҡ яһау ваҡытында Андрей Плотников хакимиәт башлығы исеменән «Студент яҙы-2023» фестиваленең баш режиссеры, педагогия фәндәре кандидаты, филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультетының филология кафедраһы доценты Ольга Курбатованы уңышлы хеҙмәттәшлеге, студенттар ижадына булышлыҡ итеүгә һәм уны үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Почет грамотаһы менән бүләкләне.
Илшат Ҡазыханов.

Читайте нас: