Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Апрель 2023, 09:00

Милли кейемдә милләт ҡото, тарихы, асылы сағыла

Оло Шаҙы ауылында йәшәүсе Эльвира Шәйҙуллина менән Розалия Арсланова милли кейемдәрҙе һәм биҙәүестәрҙе тергеҙеү менән шөғөлләнә. #МиллиКейемКөнө2023  #ДеньНациональногоКостюма2023#Мойнациональныйкостюм

Милли кейемдә милләт ҡото, тарихы, асылы  сағыла
Милли кейемдә милләт ҡото, тарихы, асылы сағыла

«Милли кейем — халҡыбыҙҙың ҡәҙерле ҡомартҡыһы, уның эске булмышының, күңел донъяһының, көнкүрешенең сағылышы. Борондан милли кейем нәҫелдән-нәҫелгә күскән оло байлыҡ, ҡәҙерле ҡомартҡы һаналған. Улар әле лә үҙҙәренең матурлығы, сағыулығы менән күҙҙең яуын алып тора.

Беҙҙең Оло Шаҙы музейында ла 19-сы быуатта тегелгән боронғо милли күлдәк һаҡлана. Ул етендән туҡып тегелгән. Ҡыҙыл төҫ көс-ҡеүәт биреүсе төҫ тип һаналған, шуға башлыса милли кейемдәр ҡыҙылдан тегелгән.

Мин үҙем ауыл мәҙәниәт йортонда 8 йыл эшләйем. Розалия Арсланова менән бергәләп милли кейемдәрҙе тергеҙеү, милли биҙәүестәр эшләү  буйынса эш алып барабыҙ. Ошо юҫыҡта ойошторолған төрлө сараларҙа ҡатнашабыҙ.

4 апрелдә Асҡында үткән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре семинарында ҡатнаштым. Ошо үҙебеҙҙең күлдәкте лә алып барып күрһәтеп, уның тарихы менән таныштырҙым. Милли кейем тураһында бай мәғлүмәт алып ҡайттыҡ беҙ Асҡындан. Ғөмүмән, ошондай сараларға йөрөргә тырышабыҙ, сөнки һәр саҡ ниндәй ҙә булһа яңы мәғлүмәт алып ҡайтабыҙ. Төрлө китаптарҙан уҡып та өйрәнәбеҙ. Үҙебеҙ ҙә белгәндәребеҙ менән уртаҡлашып, оҫталыҡ дәрестәре үткәрәбеҙ», - тип һөйләне Эльвира Шәйҙуллина.


Әйткәндәй, республикала 2020 йылдан алып Милли кейем көнөн йылына ике тапҡыр – апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләйҙәр.

Башҡортостанда 164 милләт вәкиле йәшәй. Уларҙың һәр береһенең үҙенең тарихы, йолалары, милли кейемдәре. Милли кейем көнө – тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә хөрмәт күрһәтеү мөмкинлеген бирә, үҫеп килгән быуынға   йолаларыбыҙҙың ҙур байлыҡ булыуын аңлата. Милли костюм – ябай ғына кейем түгел, оҙон тарихи юл һөҙөмтәһе. Ул - халыҡтың мәҙәниәт, тарих үҙенсәлеген сағылдырыусы  быуаттар буйы һаҡланып килгән ҡомартҡы. Шуға ла был аҙнала бөгөн билдәләнгән Башҡортостан халыҡтарының милли кейем көнө оло бер байрамға әүерелде.

Наилә Имаева.

Милли кейемдә милләт ҡото, тарихы, асылы  сағыла
Милли кейемдә милләт ҡото, тарихы, асылы  сағыла
Милли кейемдә милләт ҡото, тарихы, асылы  сағыла
Милли кейемдә милләт ҡото, тарихы, асылы  сағыла
Милли кейемдә милләт ҡото, тарихы, асылы сағыла
Читайте нас: