Бик матур, күңелдәргә үтеп инерлек концертта шатлыҡ, ғорурлыҡ ауаздары ла, әсенеү, һағыш менән тулы мәлдәр ҙә булды.
Үҙешмәкәр артистар үткәндәргә алып ҡайтып күҙҙәрҙе йәшләндерһә, бөгөнгө тыныс, бәхетле тормоштоң, Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығы иң мөһим һәм ҡәҙерле байрамдарҙың береһе икәнен дәлилләне.
Концертта ололар менән бергә балаларҙың да сығыш яһауы бик урынлы, сөнки йәш быуынды данлы тарихыбыҙ өлгөһөндә әхлаҡи һәм патриотик рухта тәрбиәләү, Бөйөк Еңеү тураһында хәтерҙе нығытыу һәм һаҡлау мөһим.
Район Мәҙәниәт йорто фойеһында үрҙә һаналған ауылдар оҫталарының ҡул эштәренән бай күргәҙмә лә ойошторолғайны.
Имен донъялар, тыныс көндәр насип булһын барыбыҙға ла!
Наилә Имаева.