Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Апрель 2023, 08:55

Урындағы фольклор өлгөләре һәм музей эшмәкәрлеге менән таныштылар

Республика халыҡ ижады белгестәре Ҡашҡа һәм Ҡарткиҫәк ауылдарында музей эшмәкәрлеге, шулай уҡ  мәҙәниәт йорто эргәһендә эшләп килгән коллективтарға методик ярҙам күрһәтте, улар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.

Урындағы  фольклор  өлгөләре һәм музей эшмәкәрлеге  менән  таныштылар
Урындағы фольклор өлгөләре һәм музей эшмәкәрлеге менән таныштылар

Ҡашҡаға халыҡ ижады үҙәгенең  фольклор буйынса баш белгесе Гөлгөнә Вәлит ҡыҙы Баймырҙина, Өфө район Мәҙәниәт йортоноң  “Йәшмәләр” башҡорт   халыҡ  ансамбле  етәксеһе,  Халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Ләйсән Ғәли ҡыҙы  Йәнбирҙина эш сәфәре менән килделәр . Ғәҙәттәгесә, ҡунаҡтарҙы ауылыбыҙҙа икмәк-тоҙ менән "Дуҫлыҡ" инструменталь ансамбле ҡаршы алды. Белгестәрҙе Ҡашҡа ерлегенең тарихы, легендалары менән ветеран-педагог Рәүидә Әхнәф ҡыҙы Ғәлимова таныштырып китте.
Шулай уҡ Республика халыҡ ижады белгестәре урындағы фольклор өлгөләре менән танышты. Осрашыуға махсус хәрби операцияла ҡатнашып ялға ҡайтҡан һалдат саҡырылғайны. Фольклор ансамбле ҡатнашыусылары яу ҡырынан ҡайтҡан яугирға теләктәр теләп, мөнәжәт әйтте.
Республиканан килгән белгестәр мәҙәниәт йорто эргәһендә эшләп килгән коллективтарға методик ярҙам күрһәтте, улар өсөн мастер-класстар үткәрҙе.
"Дуҫлыҡ" инструменталь ансамбле менән башҡорт көйҙәрен дөрөҫ уйнау өҫтөндә эшләнеләр, "Кәкүк сәйе йолаһы"н әҙерләүгә методик тәҡдимдәр бирҙеләр.

Ҡарткиҫәктә мәктәп музейы эшмәкәрлеге менән танышалар.

https://vk.com/club217813057?w=wall-217813057_5456

Урындағы  фольклор  өлгөләре һәм музей эшмәкәрлеге  менән  таныштылар
Урындағы фольклор өлгөләре һәм музей эшмәкәрлеге менән таныштылар
Читайте нас: