Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Апрель 2023, 21:35

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең кәңәшмәһе үтте

Тулыраҡ:

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең кәңәшмәһе үтте
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең кәңәшмәһе үтте

Бөгөн район Мәҙәниәт һарайында Башҡортостан Республикаһы Балтас районы муниципаль районы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең йомғаҡлау кәңәшмәһе үтте.
Кәңәшмә эшендә район хакимиәте  башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев, хакимиәт башлығының финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары - финанс идаралығы начальнигы Альбирт Әлфит улы Хәмитов, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Дамир Мәүлитхан улы Хәмәтов, район Мәҙәниәт һарайы директоры Гөлфиә Зыязтдин ҡыҙы Шәисламова, Балалар сәнғәт мәктәбе директоры Гөлназ Ләбиб ҡыҙы Рәхимйәнова, “Үҙәкләштерелгән китапхана системаһы”  директоры урынбаҫары Әлфидә Ғатуф ҡыҙы Муллағәлиева, мәҙәниәт, китапхана хеҙмәткәрҙәре, Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары ҡатнашты.
Мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Дамир Хәмәтов Балтас районы муниципаль районы мәҙәниәт учреждениеларының 2022 йылдағы эш йомғаҡтары һәм 2023 йылға төп социаль әһәмиәтле саралар тураһында доклад менән сығыш яһаны.
2022 йылдағы эшмәкәрлеге һәм ағымдағы йылдағы үҫеш перспективалары тураһында отчет менән район Мәҙәниәт һарайы директоры Гөлфиә Шәисламова, Балалар сәнғәт мәктәбе директоры Гөлназ Рәхимйәнова, «Үҙәкләштерелгән китапхана системаһы» директоры урынбаҫары Әлфидә Муллағәлиева сығыш яһаны.
Тантана һуңында юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәндәрҙе Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнеләр. Бөтә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ижади уңыштар һәм артабанғы үрҙәр теләп, Рәзидә Әхмәтова, Лиза Ғәлимйәнова, Руслан Ҡабулов һәм Руслан Халиҡов йыр бүләк итте.

Гөлназ Ғәлләмова.

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең кәңәшмәһе үтте
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең кәңәшмәһе үтте
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең кәңәшмәһе үтте
Читайте нас: