Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Апрель 2023, 19:00

Мәргән уҡсы – Асҡында!

«Мәргән уҡсы» ойошмаһы етәксеһе Юлай Ғәлиуллиндың оҫталыҡ дәресе бик йәнле үтте һәм фәһемле булды.

Мәргән уҡсы – Асҡында!
Мәргән уҡсы – Асҡында!

 

Бөгөн район Мәҙәниәт йортонда 2023 йылдың сентябрендә Асҡында уҙасаҡ “Башҡорт йолалары вариҫтары” республика фестиваленә әҙерлек сиктәрендә “Йолалар. Уйындар. Кәсептәр” семинары уҙҙы. Унда ҡатнашыусы Дүртөйлө, Кушнаренко, Балтас, Мишкә, Ҡариҙел, Асҡын райондарының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының  милли кейемдәре, халҡыбыҙҙың йолалары, уйындары, кәсептәре хаҡында бик бай, фәһемле мәғлүмәт алды.

Сара сиктәрендә ошо райондарҙа һаҡланып ҡалған милли кейем өлгөләренән күргәҙмә ойошторолғайны. Республика халыҡ ижады үҙәгенең  фольклор буйынса баш белгесе Гөлгөнә Вәлит ҡыҙы Баймырзина уларҙың һәр береһен ентекле өйрәнеп, фотоға төшөрөп, “Башҡорт йолалары вариҫтары” республика фестивалендә уҙасаҡ “Милли кейемдәр парады”на әҙерлек сиктәрендә методик ҡулланма әҙерләйәсәктәрен белдерҙе.

«Мәргән уҡсы» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Юлай Ғәлиуллиндың традицион уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәресе лә бик мауыҡтырғыс, фәһемле булды.

Юлай Рәфҡәт улы әйтеүенсә, уҡ атыу буйынса ярыштың төп шарттарының береһе - атыусының милли кейемдә булыуы. Шуға ла хәрәкәт етәксеһе семинарға үҙенең шәхси коллекцияһындағы кейемдәрен алып килгәйне. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә башҡорт ир-егеттәре кейемдәре тураһында бәйән итте. Ул баш кейемдәренең, өҫ кейемдәренең, аяҡ кейемдәренең күп төрлөлөгөн һәм уларҙы кейеү ысулдарын күрһәтте. Шулай уҡ уларҙың тәбиғи туҡыманан тегелергә, сәхнә кейеме булмаҫҡа тейешлеге тураһында ентекле һөйләне. Семинарҙа ҡатнашыусылар ир-егеттәрҙең баш, өҫ кейемдәре, уларҙың тегелеше, тәғәйенләнеше хаҡында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алды.

Сараның иң мауыҡтырғыс өлөшө традицион уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәресе булды. Ул район Мәҙәниәт алдындағы майҙанда ойошторолдо. Хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инструктаж һәм атыу ҡағиҙәләре, алымдары менән танышҡандан һуң, ҡатнашыусылар атыуға тотондо. Атып ҡарарға теләгәндәр араһында гүзәл зат вәкилдәре лә бар ине.

«Бындай сараларҙың әһәмиәте ҙур. Беренсенән, сәләмәт тормошто пропагандалау мәртәбә, икенсенән уҡ-һаҙаҡ тотоу рухи хәтерҙе уята, үҙ асылы­быҙға ҡайтыуыбыҙға булышлыҡ итә, өсөнсөнән, милли кейем кейеү ҙә кешене тәрбиәләй», - тине Юлай Рәфҡәт улы.

Сара аҙағында Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы Риваль Ринат улы Сәлимов менән район Мәҙәниәт йорто директоры Жәлил Хәлфәт улы Ғәйбәҙуллин семинарҙы ойоштороусыларға һәм спикерҙарға рәхмәт белдереп, Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы, ә сарала ҡатнашыусы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә эштәрендә уңыштар теләне.

Наилә Имаева.

 

 

 

 

 

 

 

 

Мәргән уҡсы – Асҡында!
Мәргән уҡсы – Асҡында!
Мәргән уҡсы – Асҡында!
Мәргән уҡсы – Асҡында!
Мәргән уҡсы – Асҡында!
Мәргән уҡсы – Асҡында!
Мәргән уҡсы – Асҡында!
Мәргән уҡсы – Асҡында!
Мәргән уҡсы – Асҡында!
Мәргән уҡсы – Асҡында!
Мәргән уҡсы – Асҡында!
Мәргән уҡсы – Асҡында!
Мәргән уҡсы – Асҡында!
Мәргән уҡсы – Асҡында!
Мәргән уҡсы – Асҡында!
Мәргән уҡсы – Асҡында!
Мәргән уҡсы – Асҡында!
Мәргән уҡсы – Асҡында!
Мәргән уҡсы – Асҡында!
Мәргән уҡсы – Асҡында!
Мәргән уҡсы – Асҡында!
Мәргән уҡсы – Асҡында!
Мәргән уҡсы – Асҡында!
Мәргән уҡсы – Асҡында!
Мәргән уҡсы – Асҡында!
Мәргән уҡсы – Асҡында!
Мәргән уҡсы – Асҡында!
Читайте нас: