Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Апрель 2023, 14:15

Халҡыбыҙ йолаларын, уйындарын, кәсептәрен тергеҙеп...

Бөгөн район Мәҙәниәт йортонда 2023  йылдың сентябрендә Асҡында уҙасаҡ  “Башҡорт йолалары вариҫтары”  республика фестиваленә әҙерлек сиктәрендә  “Йолалар. Уйындар. Кәсептәр”  семинары уҙа.

Халҡыбыҙ йолаларын, уйындарын, кәсептәрен тергеҙеп...
Халҡыбыҙ йолаларын, уйындарын, кәсептәрен тергеҙеп...

Сарала Республика халыҡ ижады үҙәгенең  фольклор буйынса баш белгесе Гөлгөнә Вәлит ҡыҙы Баймырзина, Республика халыҡ ижады үҙәге мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Марс Мөдәрис улы Сәйетғәлин, Өфө район Мәҙәниәт йортоноң  “Йәшмәләр” башҡорт   халыҡ  ансамбле  етәксеһе,  Халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Ләйсән Ғәли ҡыҙы  Йәнбирҙина,  “Мәргән уҡсы” ойошмаһы директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре  Юлай Рәфҡәт улы Ғәлиуллин  һәм Дүртөйлө, Кушнаренко, Балтас, Мишкә, Ҡариҙел, Асҡын райондарының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша.

Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы асҡындар һәр ваҡыттағыса, сәк-сәк, икмәк-тоҙ, йыр-моң менән бик матур итеп ҡаршы алды.

Сараға йыйылыусыларҙы Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы Риваль Ринат улы Сәлимов, Республика халыҡ ижады үҙәгенең  фольклор буйынса баш белгесе Гөлгөнә Вәлит ҡыҙы Баймырзина сәләмләне һәм бөгөнгө семинарҙың маҡсатын аңлатып, барыһына ла уңышлы эш теләне.

Семинарға Асҡын, Мишкә, Ҡариҙел райондары мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре үҙ ерлектәренә генә хас  башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемдәрен алып килгәйне.  Сара башында ойошторолған дефилелә улар ошо кейемдәрҙе кейеп сәхнәлә күрһәтте. Асҡын Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы етәксеһе Әнзирә Мөкәрәм ҡыҙы Ғәниева уларҙың һәр береһе тураһында бай мәғлүмәт еткереп, кейемдәрҙең ҡыҫҡаса тарихы менән таныштырҙы. Ә Гөлгөнә Вәлит ҡыҙы  һәр береһенә комментарий яһап, фәһемле кәңәштәрен  еткерҙе.

Артабан  Марс Мөдәрис улы менән Ләйсән Ғәли ҡыҙы  “Ерле  һәм  йыр-бейеүле уйындар” темаһына бик йәнле итеп оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.  Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән үҙҙәрендә (урындарҙа) уйнаған уйындарҙы иҫкә төшөргәндән һуң, улар бергәләп “Марш” (беҙҙеңсә “Ебегән”)  уйынының Әбйәлилдәге һәм Учалылағы варианттарын өйрәнде. Был ваҡытта район Мәҙәниәт йортоноң сәхнәһе гөрләп торҙо! Шундай күңелле, матур, дәртле, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә уйын икән!   Барыһына ла бик оҡшаны был уйын.

Артабан  Марс Мөдәрис улы үҙе бер нисә уйынды берләштереп, фольклор байрамдары өсөн һалған “Йәшлегем уйындары”  бейеүен өйрәтеү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. “Үҙем эшләгән Байым ауылы мәҙәниәт йортонда “Күбәләк биҙәктәре” тигән фольклор ансамбле был бейеүҙе ҙур оҫталыҡ менән бик матур итеп башҡара”, — тип һөйләне Марс Мөдәрис улы.

Артабан  милли кейемдәр һәм биҙәүестәр тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте.

Программала шулай уҡ Юлай  Рәфҡәт улының  “Традицион  ирҙәр кейеме” темаһына  сығышы һәм уҡтан атыу буйынса оҫталцҡ дәресе ҡаралған. Был турала киләһе материалдарҙа уҡырһығыҙ.

Наилә Имаева.

Читайте нас: