Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Март 2023, 10:00

Ауыл тормошона йән өрөүсе

Гөлмирә Мусина халыҡты берләштереп, изге башланғыстарға әйҙәп тора

Ауыл тормошона йән өрөүсе
Ауыл тормошона йән өрөүсе

Мәҙәниәт йорто – ауылдың йөҙөк ҡашы. Халыҡтың рухи байлығын үҫтергән, мәҙәниәтле иткән берҙән-бер ойошма ла ул. Унда Гөлмирә Мусина һымаҡ үҙенең хеҙмәтен яратҡан, киләһе быуын яҙмышы өсөн борсолған, уларға тәрбиә бирергә тырышҡан кешенең эшләүе яҡшы. Ул ауылда үткәрелгән төрлө мәҙәни сараларҙың инициаторы, ойоштороусыһы һәм идея йәһәтенән илһамландырыусы ла булып тора.
Гөлмирә Мусина Ваныш-Алпауыт ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Ата-әсәһе колхозда эшләй. Мәктәпте тамамлағас, Гөлмирә Благовещен ҡалаһында бухгалтерҙар курсында белем ала. Йәш белгес үҙе уҡыған мәктәптә пионервожатый булып эш башлай. Пионер ойошмаһы тарҡала башлағас, Гөлмирә Зөфәр ҡыҙы мәктәптә китапханасы булып хеҙмәт юлын дауам итә. Тырыш, фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн 2008 йылда Башҡортостандың мәғариф отличнигы билдәһе менән бүләкләнә.
2010 йылдан башлап бөгөнгә ҡәҙәр Ваныш-Алпауыт ауылы клубында эшләй. Үҙенә һәм хеҙмәттәштәренә бик яуаплы һәм талапсан, һөнәри эшмәкәрлегенә ҡағылған һәр нәмәлә лә юғары һөҙөмтәләргә ирешергә тырыша, ауылдаштары араһында хөрмәт ҡаҙана ул. 
— Мәҙәниәт минең өсөн халҡымдың киләсәге, бөгөнгөһө, уҙғаны. Беҙҙең хеҙмәт — кешеләрҙе эштән һуң ял иттереү, уларҙы үҙ-ара яҡынайтыу, йәш быуынды тәрбиәләү һәм рухи яҡтан байытыу. Мәҙәниәт өлкәһе — матди ҡиммәттәр менән баһаланмай, ул күңел талабы, таланттар балҡышы, йән дауаһы. Эшмәкәрлегебеҙ күп яҡлы, районда ниндәй генә бәйге-фестиваль иғлан ителһә лә, ижади ҡараш, дәрт-дарман менән ҡатнашабыҙ, — ти Гөлмирә Мусина.
Гөлмирә Зөфәр ҡыҙы — көслө рухлы гүзәл зат, бар эшкә лә оҫта хужабикә, ҡайғыртыусан әсәй һәм игелекле өләсәй.  Тормош иптәше Рафиҡ ағай менән 36 йыл татыу ғүмер итеп, бер ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Бөгөн улдары ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында йәшәй.
 Бына шулай ғаиләһендә лә, эшендә лә уңған талантлы, ижади ҡарашлы, рухлы мәҙәниәт хеҙмәткәре халыҡҡа  яҡтылыҡ, күңел байлығы, изгелек   өләшә, матурлыҡты күрә һәм тоя белергә, баһаларға өйрәтә.

Гөлназ Ханова.

Борай районы.

Ауыл тормошона йән өрөүсе
Ауыл тормошона йән өрөүсе
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: