Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Февраль 2023, 09:38

Гармундар уйнап торһон!

Балтас районы Тоҙлобин ауыл клубында "Йонгалт гармонь йук-2023" (“Уйна, гармун!”) район фестиваль-конкурсының гала-концерты уҙҙы.

Гармундар уйнап торһон!
Гармундар уйнап торһон!

Бәйгенең һайлап алыу туры онлайн форматта ойошторолдо. Балтас, Мишкә, Ҡалтасы райондарынан, Благовещен, Бөрө ҡалаһынан  айырым башҡарыусылар, ансамблдәр ҡатнашып, уларҙың сығыштарын  жюри ағзалары баһаланы.

Сарала ҡатнашыусыларҙы Көнтүгеш ауыл биләмәһе башлығы Игорь Намиевич   Яниев, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Дамир Мәүлитхан улы Хәмәтов, "Эрвел марий" Мари автономияһы рәйесе Әлфинә Ғлимйән ҡыҙы Алексеева сәләмләп, рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе. Байрам бик күркәм үтте һәм «Ший кандыра» бейеүе менән тамамланды.

Гөлназ Ғәлләмова.

Гармундар уйнап торһон!
Гармундар уйнап торһон!
Гармундар уйнап торһон!
Гармундар уйнап торһон!
Гармундар уйнап торһон!
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: