Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Февраль 2023, 16:10

Һәр кейем уникаль, ҡабатланмаҫ!

“Был үҙенсәлекле күлдәк һәм алъяпҡыстар  Рәсәй һәм донъя дизайнерҙарының иғтибарына лайыҡ”,  —  тине  билдәле этнодизайнер  Зөлфиә Рәшит ҡыҙы Краснова.

Һәр кейем уникаль, ҡабатланмаҫ!
Һәр кейем уникаль, ҡабатланмаҫ!

 

Асҡын район Мәҙәниәт йортонда   төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының милли кейемдәренә һәм биҙәүестәренә арналған  район-ара  семинар уҙыуы хаҡында яҙғайныҡ инде.

Семинарҙың спикеры — “Тамға” студияһы етәксеһе , төньяҡ-көнбайыш башҡорттары кейемен яңыртыу  һәм өйрәнеү буйынса этнограф, этнодизайнер Зөлфиә  Краснова   күргәҙмәләге боронғо кейемдәрҙе иғтибар менән ҡарап сыҡҡандан һуң  райондаштарыбыҙҙың  мәҙәни мираҫыбыҙға  һаҡсыл ҡарашын оло хөрмәт менән билдәләне һәм сикһеҙ һоҡланыуын белдерҙе.

— Мин һеҙгә милли костюмдарҙы  тергеҙеү буйынса тәҡдимдәр менән доклад  әҙерләп килгәйнем,  әммә ләкин күргәҙмәне ҡарап сыҡҡас, хайран ҡалдым:  һеҙ бит  районығыҙға ғына хас боронғо  милли кейемдәрҙе күптән  тергеҙеп,  уға яңы һулыш өрөп,  бөгөн ғорурланып кейеп йөрөйһегеҙ икән дә  баһа!  Бөгөнгө күргәҙмәлә һеҙ  боронғо ҡомартҡылар  — быуындан-быуынға тапшырыла килгән  милли кейемдәр күрһәттегеҙ. Уларҙың тарихын, шәжәрәһен дә өйрәнгәнһегеҙ. Һеҙ  — афариндар!  Был кейемдәрҙең  һәр береһе уникаль, ҡабатланмаҫ, һоҡланғыс һәм улар  ерле халыҡтың матди-мәҙәни мираҫының сағыу кәүҙәләнеше, донъяға үҙенсәлекле ҡарашының сағылышы булып тора.  Ошо кейемдәрҙәге  һәр деталгә ниндәйҙер мәғәнә һалынған, ундағы һәр биҙәк тәрән, хатта сакраль мәғәнәгә эйә. Үҙегеҙҙең ерлеккә генә хас ошо биҙәк-нағыштарҙы, кейемдәрҙе мөмкин тиклем күберәк кеше белергә тейеш.  Көндәлек кейемдәрегеҙҙә  лә  ошо семтеп һәм ҡайып  тегелгән буйҙарҙы  ҡулланығыҙ.  Был үҙенсәлектәр Рәсәй һәм донъя дизайнерҙарының иғтибарына лайыҡ, —  тине  Зөлфиә Рәшит ҡыҙы.  — Беҙҙең төньяҡ-көнбайыш башҡорттары кейемен өйрәнә башлағанымда шуға иғтибар иттем: уның тураһында бик әҙ беләләр, ул артыҡ таралмаған. Уртаҡ тырышлыҡ арҡаһында, музей материалдарын өйрәнеп, бик яуаплы һәм ентекле эш башҡарҙыҡ. Хәҙер беҙҙең яҡҡа хас милли кейемебеҙ тарала бара, кеше уның менән ҡыҙыҡһына. Районыбыҙ хакимиәте, мәҙәниәт бүлеге беҙҙең эште баһалап, ярҙам итеп тора, шуныһы бигерәк ҡыуаныслы”.

Билдәле дизайнер  үҙе алып килгән төньяҡ-көнбайыш башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының боронғо кейем өлгөләре менән бергә заманса итеп тегелгән, йәғни стилләштерелгән варианттарын да күрһәтте.

Наилә Имаева.

 

Һәр кейем уникаль, ҡабатланмаҫ!
Һәр кейем уникаль, ҡабатланмаҫ!
Һәр кейем уникаль, ҡабатланмаҫ!
Һәр кейем уникаль, ҡабатланмаҫ!
Һәр кейем уникаль, ҡабатланмаҫ!
Һәр кейем уникаль, ҡабатланмаҫ!
Һәр кейем уникаль, ҡабатланмаҫ!
Һәр кейем уникаль, ҡабатланмаҫ!
Һәр кейем уникаль, ҡабатланмаҫ!
Һәр кейем уникаль, ҡабатланмаҫ!
Читайте нас: