Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Февраль 2023, 16:00

Ҡот, бәрәкәт, иман, ҡатын-ҡыҙ матурлығы...

 “Киске Өфө” гәзите баш мөхәррире, билдәле йәмәғәт эшмәкәре, «Ағинәйҙәр ҡоро» республика йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаеваның  сығышы һәр ваҡыттағыса  күңелдәрҙең иң нескә ҡылдарына үтеп, залдағыларҙы уйланырға мәжбүр итте.  

Ҡот, бәрәкәт, иман, ҡатын-ҡыҙ матурлығы...
Ҡот, бәрәкәт, иман, ҡатын-ҡыҙ матурлығы...

Уның ҡот, бәрәкәт, матурлыҡ, иман  тураһындағы фекерҙәре  бөгөнгө семинарҙың темаһын тағы ла тулыландырып, яңы төҫ менән балҡытты.

- Хөрмәтле ағинәйҙәр, уҡытыусылар! Һеҙ халыҡҡа тарихыбыҙ, туған телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, асылыбыҙ тураһындағы хәҡиҡәтте түкмәй-сәсмәй тапшыраһығыҙ. Шуның өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. Мин Асҡынға һәр саҡ ашҡынып киләм һәм килгән һайын һеҙ мине  һәр саҡ һоҡландыраһығыҙ , - тип рәхмәт белдерҙе  сығышында Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы. -  Был юлы ла һеҙ  шул тиклем  бай материал йыйып алып килгәнһегеҙ.  Боронғо милли кейемдәрегеҙҙе  бөртөкләп йыйып, һаҡлап, уны бөгөн тергеҙеп кейеүегеҙ тик маҡтауға һәм хөрмәткә лайыҡ.Бына ошоларҙы түкмәй-сәсмәй йәш быуынға һөйләргә, тапшырырға кәрәк.   Бигерәк тә Солтанбәк һәм Иҫке Ҡаҙансы ауылы ағинәйҙәренең  боронғо күлдәктәрҙе  тергеҙеп кейеүе  ҡыуандырҙы. Әйҙәгеҙ,  ошо бөгөн ауылдарҙан  алып килгән боронғо милли күлдәк өлгөләрен нигеҙ итеп алып, Асҡын  ҡатын-ҡыҙҙарының үҙҙәренә генә хас кейемен булдырайыҡ, бренд итәйек! Бөгөн сарала ҡатнашыусы билдәле этнодизайнер Зөлфиә Рәшит ҡыҙы һеҙгә ярҙам итер.

Бөгөнгө семинарҙы үткәреүҙә әүҙем ҡатнашыусыларға Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы «Ағинәйҙәр ҡоро» республика йәмәғәт ойошмаһының Рәхмәт хаттарын да тапшырҙы.

Гөлфиә Гәрәй ҡыҙының сығышын тулыраҡ  видеояҙманан тыңлай алаһығыҙ.

Наилә Имаева.

Читайте нас: