Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Ғинуар 2023, 10:00

Йыр-моңға ғашиҡ

һәләтле ғаилә халыҡ йолаларын, мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индерә

Йыр-моңға ғашиҡ
Йыр-моңға ғашиҡ

Һәр төбәк үҙенең татыу, уңған, аҡыллы балалар тәрбиәләгән ғаиләләре менән данлы. Нәҡ шундай һәләтле, һоҡланғыс парҙарҙың береһе — Виолетта һәм Руслан Йәнситовтар.
Ғаилә башлығы Руслан Владислав улы Тымбай ауылында тыуып үҫә. Әсәһе Наталья Ильинична Йәнситова мари дәүләт педагогия институтын тамамлап, 34 йыл ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлаған оло хөрмәткә лайыҡ педагог. Мәктәп директорының тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары вазифаһын да ҙур яуаплылыҡ менән башҡарған. Ул әүҙем йәмәғәтсе лә була. «Эрвел шудыр» ансамблендә шөғөлләнә. Өфөлә, Мари Илендә үткән төрлө мәҙәни сараларҙа ла сығыш яһайҙар. Спектаклдәрҙә лә ҡатнашып, үҙ ролдәрен ҙур оҫталыҡ менән башҡара.
Наталья Ильинична тормош иптәше менән Руслан һәм Станислав исемле улдар үҫтерә. Бөгөн инде хаҡлы ялда хәстәрлекле өләсәй булып, ейәндәре Тимур һәм Радимирҙы тәрбиәләшергә ярҙам итә.
Руслан Владислав улы әсәһе юлын дауам иткән. Мәктәпте тамамлағас, тәүҙә Благовещен педагогия училищеһында, артабан Бөрө педагогия институтында белем ала. Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы белгеслеген үҙләштереп, Тымбай мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай.
2011 йылда Руслан Владислав улы Үрге Сорокин ауылы һылыуы Виолетта Леонид ҡыҙына өйләнеп, гөрләтеп туй яһайҙар. Йыр-моңға ғашиҡ ҡыҙ Стәрлетамаҡта республика театр колледжын тамамлап, Тымбай ауыл мәҙәниәт йортона мәҙәни саралар ойоштороусы булып урынлаша. Бөгөн иһә ул әйҙәүсе методист булып эшләй.
Йәш ғаилә бик тырыш, эшсән. 2017 йылда яңы өй төҙөп сығалар. Йәнситовтар ике бала үҫтерә: олоһо - Тимур, 4-се класта «5»ле билдәләренә генә өлгәшә, кесеһе Радимир 2-се класта шулай уҡ тик яҡшы билдәләргә уҡый.
Fаилә башлығы бик оҫта гармунсы ла. Силәгенә күрә ҡапҡасы тигәндәй, береһе өҙҙөрөп гармунда уйнап ебәреүгә, икенсеһе шунда уҡ йырлай башлай. Йәнситовтар бергәләп төрлө конкурстарҙа ла ҡатнаша. 2017 йылда «Йәш ғаилә» район конкурсында Гран-при яулайҙар. 2021 йылда Өфөлә «Fаилә уйындары»нда районыбыҙ данын яҡлайҙар. 2022 йылда иһә улар Бөрөлә «Минең оҫта ғаиләм» конкурсында көстәрен һынай. Был бәйгелә Бөрө, Ҡалтасы, Тәтешле, Мишкә райондарынан ете ғаилә ҡатнаша. Улар «Визитка», «Fаиләбеҙ таланттарға бай», «Халыҡ әйбере» турҙарында оҫталыҡтарын күрһәтә. Йәнситовтар ҙа үҙҙәренең ғаилә йолалары тураһында һөйләй, халыҡ уйын ҡоралында уйнай һәм боронғо, хәҙерге халыҡ әйбере менән таныштыра. Бар һынауҙарҙы уңышлы үтеп, улар 3-сө урынға лайыҡ була.
«Ғаиләбеҙ менән ауылда төрлө мәҙәни, спорт һәм башҡа сараларҙа ҡатнашабыҙ. Был беҙгә яңы көс-дәрт өҫтәй, яңы уңыштарға илһамландыра”, — ти Виолетта Леонид ҡыҙы.
Бына шулай берҙәм, татыу, бер маҡсатта булып, ауыл һәм район тормошонда әүҙем ҡатнашып, гөрләп йәшәй Йәнситовтар.


Серафима Яндугушева.

 

Йыр-моңға ғашиҡ
Йыр-моңға ғашиҡ
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: