Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Декабрь 2022, 12:50

Мәҙәниәт йорто — халыҡты берләштереүсе усаҡ

Урмияҙҙар  Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы сиктәрендә ауыл мәҙәниәт йортоноң  тышҡы яғын ремонтларға ҡарар иткән.

Мәҙәниәт йорто — халыҡты берләштереүсе усаҡ
Мәҙәниәт йорто — халыҡты берләштереүсе усаҡ

Районыбыҙҙа  «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы»  уңышлы эшләп килә. Унда ҡатнашыусылар ҙа йылдан-йыл арта бара. Уның ярҙамында ауылдарға йән инә, халыҡтың йәшәйеше ыңғай яҡҡа үҙгәрә.

Урмияҙ ауылы халҡы ла  ошо программала ҙур теләк менән ҡатнаша. 2019 йылда ауыл биләмәһенә трактор алһалар, 2020 йылда ауыл мәҙәниәт йортоноң эске яғына капиталь ремонт үткәрәләр.  Хәҙер унда йылы, иркен, яҡты.  Үткән йыл урмияҙҙар Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы сиктәрендә ауыл зыяратының кәртәләрен яңырта. Быйыл иһә ауыл мәҙәниәт йортоноң тышҡы яғын ремонтларға (профнастил менән  көпләргә) ҡарар  иткәндәр.

— Бик кәрәкле һәм файҙалы программа был.  Ул ауылдарҙа йәшәгән халыҡҡа үҙ территорияларын төҙөкләндереү, уңайлыраҡ итеү мөмкинлеге бирә. Беҙ ҙә ошо программала ҡатнашып киләбеҙ.  Алдан йыйылыштар үткәреп, халыҡтың фекерен тыңлап, 2023 йылда Урмияҙ ауылы  мәҙәниәт усағының тышҡы яғын  ремонтларға ҡарар иттек. Әле ошо уңайҙан  алдан   йыйылыштар бик әүҙем үтә. Халыҡ әүҙем, бер кем дә ситтә ҡалмай, инициатива күрһәтә. Берҙәм көс менән барыһын да башҡарып сығырбыҙ, тип уйлайым. Сөнки ауыл мәҙәниәт йорто ул халыҡты берләштереп торған мәҙәни усаҡ, ауылдың йөҙө булып тора. Бөтә мәҙәни  саралар ошонда үтә. Артабан да һәр кем  изге башланғысты тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашыр, үҙ өлөшөн индерер, тигән ышаныста ҡалабыҙ, —  тине Урмияҙ ауыл биләмәһе башлығы Илшат Үзбәк улы Ирғәлин.

Наилә Имаева.

 

Мәҙәниәт йорто — халыҡты берләштереүсе усаҡ
Мәҙәниәт йорто — халыҡты берләштереүсе усаҡ
Мәҙәниәт йорто — халыҡты берләштереүсе усаҡ
Читайте нас: