Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Декабрь 2022, 10:00

Бәхетле булыуға ни етә?

Яңы Муллаҡай ауылында “Һин ҡайҙа – бәхет шунда” ҡатын-ҡыҙҙар форумы үтте

Бәхетле булыуға ни етә?
Бәхетле булыуға ни етә?

Йыл башында Ҡариҙел ауылында ошондай форум ҙур ойошҡанлыҡ менән уҙғайны. Республика Башлығының ҡатыны Каринэ Хәбирова сараның төп ҡунағы булғайны. Идея авторҙары районыбыҙҙың алдынғы, эшлекле ханымдары Айгөл Исмәғилева һәм Елена Ғибәҙуллина форумдан һуң бындай сара һәр ауыл биләмәһендә лә ойошторолорға тейеш, тигән ҡарарға килә. Һәм, ниһайәт, Әсә көнө уңайынан форум Яңы Муллаҡай ауылында ойошторолдо. Әлбиттә, ауыл хужабикәләре өсөн был мөһим сара уларҙың йәшәйешенә яңы һулыш өрҙө, ҡот, ырыҫ-бәрәкәт алып килде.

Форумдың үҙенсәлеге төрлө майҙансыҡтар булдырыуҙан ғибәрәт. Ҡатын-ҡыҙ көндәлек тормошта уңған хужабикә булыуҙан тыш, тышҡы матурлығын да юғалтмаҫҡа тейеш. Әлеге майҙансыҡтарҙың төрлө йүнәлештә булыуы ла Яңы Муллаҡай ҡатын-ҡыҙҙарын бик һөйөндөрҙө. Бында кемдер йәшәрткес массаж, сәстәрҙе дөрөҫ тәрбиәләү һәм прическа яһау, кемдер тиҙ арала торттар бешереү һәм башҡа төрлө майҙансыҡтарҙа ҡатнаша алды. Ҡул эштәренә лә оло иғтибар бирелде. Байҡы ауыл клубында эшләп килгән “Кудесница” оҫтаханаһы етәксеһе Наталья Баяндина урындағыларҙы рус ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейеме атрибуты һаналған кокошник тегеү һәм уны сәйлән, мәрйендәр менән биҙәү серҙәрен өйрәтте.
Ҡариҙел ауылынан килгән Илиза Рәхимова иһә уларға башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүестәрен, күкрәксәләрен күргәҙмәләне.
“Нур” предприятиеһы етәксеһе Лариса Бикиева ла үҙҙәрендә етештерелгән урын-ер кәрәк-яраҡтары, малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән мәктәп формаһы өлгөләре менән таныштырҙы. Эльвина Ғәзиева ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына еңел генә прическа, макияж һалыу үҙенсәлектәрен күрһәтте.
Вера Сарапулова үҙенең майҙансығында психологик тренинг уҙғарҙы. Әлеге заманда хужабикәләр психолог кәңәштәренә бигерәк мохтаж, шуға ла тренинг яңы муллаҡайҙар өсөн бик отошло булды.
Эльза Сабитованың “Массаж тылсымы” майҙансығы ла уларға бик хуш килде. Ябай ғына алымдар менән һәр кем өйҙә лә йәшәрткес массаждар яһай ала икән, оҫтаның кәңәштәре, өйрәтеүҙәре киләсәктә бик ярап ҡалыр, моғайын.
Милена Шәйҙуллина үҙе үк ошо ауыл ҡыҙы. Хәҙер Абыҙҙа йәшәй. Кескәй балалары менән өйҙә сағында ул ғаиләһенә өҫтәмә килем килтереү өсөн төрлө тәмлекәстәр бешерә башлай. Уның продукцияһын тиҙ арала яратып өлгөрәләр. Ҡамыр аштары, десерттар, тәмлекәстәр әҙерләү хәҙер Миленаның яратҡан шөғөлөнә әйләнде. Райондаштар уны йыш ҡына теге йәки был йәрминкәләрҙә, форумдарҙа ҡатнашҡанын йыш күрә. Милена ауылдаштарын стаканда ғына әҙерләнә торған десерт – трайфл эшләргә өйрәтте, билдәле “Ҡырмыҫҡа иләүе” тортының бешереү ысулдарын күрһәтте.
Яңы Муллаҡай халҡы бик эшсән, ауылдарын уратып алған әкиәти хозурлыҡ та уларҙың булмышына тәьҫир итмәй ҡалмай. Ер еләге, ҡайын еләге, бәшмәк, төрлө дарыу үләндәрен йыйырға ярата улар. Баҡсаларҙа ла хәҙер һәр кемдә еләк-емеш мул уңыш бирә. Ғәҙәттә, ауыл ерендә уларҙан ҡайнатма, компот, һут әҙерләргә күнеккәнбеҙ, йә иһә шул килеш кенә туңдырғыстарға һалып ҡуйғылайбыҙ. Ә бына Ҡариҙел ауылынан килгән Зөлфиә Мансурова хужабикәләргә шул еләктәрҙән ыҫпай, күркәм генә ҡаҡ, фрипсы яһау мөмкинлеген аңлатып бирҙе.
Бер үк ваҡытта, әсәйҙәре заманса тормош һабаҡтарын алған ваҡытта, балаларға һәр төрлө шөғөл табылды. Улар өсөн район үҙәк моделле китапханаһы китапханасылары интерактив әсбаптар алып килгәйне. Махсус күҙлектәр ярҙамында улар төрлө планеталар, йыһан киңлеге буйлап сәйәхәт ҡылды. “Өмөт” үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы белгестәре лә уҡыусыларҙың ялын күңелле итеп ойошторҙо. Кескәйҙәр менән логопед файҙалы дәрес үткәрҙе.
Шулай итеп, был форум онотолмаҫ ваҡиғаға әүерелде. Һәр ҡатын-ҡыҙҙың күңелендә быҫҡып ҡалған ҡуҙҙар осҡонға әүерелеп, йәшәйештәренә оло этәргес яһаны, һәр кемдең рухы, зиһене байыны, кәйефе күтәрелде, һәр кем файҙалы һабаҡтар алды.
Яңы Муллаҡай халҡына етәкселек Әсәйҙәр байрамы алдынан тағы бер шәп бүләк әҙерләгәйне: ауыл клубының тамашалар залында райондың иң талантлы артистары ҡуйған концерт программаһы көтә ине уларҙы.
— Киләсәктә бындай саралар һәр ауыл биләмәһендә уҙасаҡ, — тип белдерҙе ойоштороусыларҙың береһе, район хакимиәте башлығының финанстар буйынса урынбаҫары Айгөл Исмәғилева. Амин, шулай булһын!

Гөлнара Солтанова.

Бәхетле булыуға ни етә?
Бәхетле булыуға ни етә?
Бәхетле булыуға ни етә?
Бәхетле булыуға ни етә?
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: