6-10 йәшлектәр төркөмөнөң “Рәсем” номинацияһында Азалия Әхмәтҡәләмова (Штәнде урта мәктәбе) 3-сө дәрәжә, “Декоратив-ғәмәли ижад” номинацияһы буйынса Аделина Хәмәтнурова (Балалар ижады үҙәге) 2-се дәрәжә лауреат булып, еңеү яуланы.
Урта йәштәгеләр төркөмөнә (11-13 йәш ) “Рәсем” номинацияһында Эльвина Шәймөхәмәтова ( Иҫке Тимкә урта мәктәбе) 2-се дәрәжә һәм Юлиә Вәлиева (Уразай урта мәктәбе) 3-сө дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булдылар.
Өлкән йәштәгеләр төркөмөндә (14-17 йәш) “Рәсем” номинацияһында Иҫке Балтас 2-се урта мәктәбе уҡыусыһы Юлия Мусакаева 3-сө дәрәжә һәм “Ирекле тема” номинацияһында Уразай мәктәбе уҡыусыһы Лиана Шәйәхмәтова 3-сө дәрәжә лауреат булып танылды.
Афарин, йәш рәсмсамдар!
Фирғәт Нәбиуллин.