Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Ноябрь 2022, 23:00

Халҡыбыҙҙы берләштергән, дәртләндергән, илһамландырған мәҙәни усаҡ

Асҡын район Мәҙәниәт йортоноң 40 йыллыҡ юбилейы гөрләп үтте.

Халҡыбыҙҙы берләштергән, дәртләндергән, илһамландырған мәҙәни усаҡ
Халҡыбыҙҙы берләштергән, дәртләндергән, илһамландырған мәҙәни усаҡ

 

Бөгөн Асҡын район Мәҙәниәт йортоноң яңы бинаһы асылыуға 40 йыл тулыу уңайынан байрам кисәһе үтте.

Сарала ошо йылдар эсендә бирелә эшләгән, район мәҙәниәте үҫешенә ҙур өлөш индергән хеҙмәткәрҙәр ҙур хөрмәт менән иҫкә алынып, рәхмәт белдерелде. Бөгөнгө көндә дәртләнеп ижад итеүселәр сәхнәлә сығыш яһаны, мәҙәниәт йортоноң тарихына ҡыҫҡаса байҡау яһалды.

Сығыштар мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең, ижади коллективтарҙың сағыу концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.

Мәҙәниәт йорто коллективын, ошо тармаҡта эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан ветерандарҙы район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов тәбрикләп, тырыш хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм изге теләктәрен еткерҙе. Динис Рәдис улы бар ғүмерен район мәҙәниәте үҫешенә бағышлаған, 26 йыл район Мәҙәниәт йортон етәкләгән Вячеслап Сергеевич Пантелеевҡа “Танып” шифаханаһына юллама бүләк итте. Коллективҡа “Нур” театрына спектаклгә 15 сертификат, шулай уҡ “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексына ла абонементтар бүләк итте.

Юбилей кисәһе бик матур һәм күңелле уҙҙы.

Наилә Имаева.

Читайте нас: