Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
31 Октябрь 2022, 12:30

«Уңыш сере - эшеңде яратыуҙа»

“Ижади майҙан”да  йәштәр өсөн айырым майҙансыҡ ойошторолдо.

«Уңыш сере - эшеңде яратыуҙа»
«Уңыш сере - эшеңде яратыуҙа»

 

“Ижади майҙан”да  йәштәр өсөн айырым майҙансыҡ ойошторолдо, унда йәштәрҙең йәмәғәт ойошмалары  әүҙемселәре, урындағы блогерҙар, эшсе-йәштәр, өлкән класс уҡыусылары ҡатнашты.

Пауэрлифтинг һәм армрестлинг буйынса спорт мастеры, «Планетаның иң көслө кешеһе» ярыштары финалсыһы, «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» турнирының дүрт тапҡыр еңеүсеһе Эльбрус Хәмит улы  Ниғмәтуллин  менән  йәш сәйәсмән, Мостай Кәрим исемендәге фонд грантына эйә булған ирекмән   Заһит Ишбулат улы Ғүмәров  “Йәштәр” майҙансығының спикерҙары булды.  

-“Йәштәр” майҙансығында ла һөйләшеү йәнле үтте.   Бөтә донъяға  билдәле кеше Эльбрус Ниғмәтуллин  менән аралашыу  үҙе  бер тормош мәктәбе булды.  Ул  тормошо,  спортҡа нисек килеүе, был өлкәлә бай тәжрибәһе,  һөнәре серҙәре, мөһим яҡтары, үҙенсәлектәре тураһында һөйләне.  Эльбрус Хәмит улының уңыш сере - эшеңде яратыуҙа. Ниндәй өлкәлә генә шөғөлләнһәгеҙ ҙә, башҡарған эшеңде яратып, еренә еткереп эшләргә кәрәк. Шул саҡта уңыш һиңә йылмаясаҡ.

Заһит Ғүмәровтың сығышы ла фәһемле  һәм мауыҡтырғыс булды.  Ул да мәктәп йылдарынан бик ныҡышмал егет була, студент йылдарында ла әүҙем йәмәғәтсе булып таныла. Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары   ҡоролтайында эшләп килгән йәштәр ҡоролтайы эшмәкәрлеге һәм ирекмәнлек хәрәкәте тураһында ла ҡыҫҡаса һөйләне. Йәштәр спикерҙарға үҙҙәрен борсоған һорауҙарын да бирә алды.

Йәштәрҙе   ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмаҫҡа, маҡсатсан, әүҙем, егәрле булырға дәртләндереп,  уңышлы эшмәкәрлеккә этәргес биргәндер   билдәле шәхестәр менән  аралашыу, — тип тәьҫораттары менән бүлеште Ләйсән Зөфәр ҡыҙы.

Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы сиктәрендә үткәрелгән “Ижади майҙан” сараһында ҡатнашҡаны, әүҙем эшмәкәрлеге менән башҡорт халҡы тарихын, мәҙәниәтен һаҡлауға һәм өйрәнеүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Асҡын 2-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ләйсән Зөфәр ҡыҙы Ғәлимова  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Наилә Имаева.

«Уңыш сере - эшеңде яратыуҙа»
«Уңыш сере - эшеңде яратыуҙа»
«Уңыш сере - эшеңде яратыуҙа»
«Уңыш сере - эшеңде яратыуҙа»
«Уңыш сере - эшеңде яратыуҙа»
Читайте нас: