Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Октябрь 2022, 21:45

Театр - ул үҙе бер тормош

Башҡортостандың атҡаҙанған артисының кәңәштәре бик фәһемле булды.  

Театр - ул үҙе бер тормош
Театр - ул үҙе бер тормош

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы, режиссер Илнур Лоҡманов Дыуан районы Мәсәғүт ауылында үткәрелгән “Ижади майҙан”да “Театр һәм үҙешмәкәр сәхнә тамашалары” майҙансығында эшләне. Ауыл мәҙәниәт йорттары хеҙмәткәрҙәре, урындағы театр һәм бейеү коллективтары, дөйөм белем биреү ойошмаларының театр түңәрәктәре етәкселәре өсөн пьесалар һайлау, грим һалыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре, шулай уҡ сәхнә телмәре өҫтөндә эш ойошторолдо.

- Иң күңелле майҙансыҡ беҙҙеке булғандыр ул! Илнур Флүр улы беҙгә тәүҙә сәхнә әҫәрҙәрен һайлау, сәхнә телмәрен булдырыу буйынса кәңәштәрен бирҙе. Халыҡ театрҙары булырға һәм халыҡҡа хеҙмәт итергә, кешеләрҙе берләштерергә, шул уҡ ваҡытта ижад аша халҡыбыҙҙың холоҡ-фиғелен, булмышын күрһәтергә һәм рухи йәһәттән этәргес көс булып торорға тейеш, тигән фекерҙәрен дә еткерҙе. Артабан сәхнәлә үҙеңде иркен, тыныс тотоуға йүнәлтелгән ҡыҙыҡлы уйындар уйнаныҡ. Ҡыҫҡаһы, бер кем дә ситтә ҡалманы, төрлө ролдәргә инде, үҙен сәхнәләге һымаҡ тойҙо. Беҙҙең майҙансыҡ эше бик һөҙөмтәле үтте һәм файҙалы булды, - тип тәьҫораттары менән бүлеште Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығының ойоштороу-методик бүлеге мөдире Гөлзифа Альбирт ҡыҙы Мөхәмәтдинова.

Наилә Имаева.

Театр - ул үҙе бер тормош
Театр - ул үҙе бер тормош
Читайте нас: