Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Октябрь 2022, 16:35

Виртуоз ҡумыҙсының оҫталыҡ дәресе бер кемде лә битараф ҡалдырманы

Дыуан районы Мәсәғүт ауылында үткән «Ижади майҙан»да «Музыкаль ижад» майҙансығында бигерәк тә күңелле булды!

Виртуоз ҡумыҙсының оҫталыҡ дәресе бер кемде лә битараф ҡалдырманы
Виртуоз ҡумыҙсының оҫталыҡ дәресе бер кемде лә битараф ҡалдырманы

Майҙансыҡтың модераторы булараҡ Башҡортостандың халыҡ артисы, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың мәғариф отличнигы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, «Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы» халыҡ-ара конкурсы еңеүсеһе Миңлеғәфүр Зәйнетдинов сығыш яһаны.
- Тәүҙә барыбыҙ ҙа тын ҡалып виртуоз ҡумыҙсыны тыңланыҡ. Ул ҡумыҙ, варгандарҙың төрҙәрен күрһәтте, донъяла, башҡорт музыка традицияһында ҡумыҙ тарихы, уның үҫеше һәм заманса музыкала ҡулланылыуы менән таныштырҙы, оҫталар тураһында һөйләне. Дәрестең икенсе яртыһында ҡумыҙҙа уйнарға өйрәндек. "Ижади майҙан" сараһында ҡатнашыуыбыҙға сикһеҙ шатбыҙ.Үҙебеҙҙең район етәкселегенә, Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәйрүзә Юнысоваға, шоферҙарыбыҙға ҙур рәхмәт, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Ҡашҡа ауылы ағинәйҙәрен етәкләүсе мәғариф ветераны Әнүзә Ғирфанова менән Әмир ауылы клубы методисы Алия Ҡорбанова.

Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы сиктәрендә үткәрелгән “Ижади майҙан” сараһында ҡатнашҡаны, әүҙем эшмәкәрлеге менән башҡорт халҡы тарихын, мәҙәниәтен һаҡлауға һәм өйрәнеүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Әнүзә Мостафа ҡыҙы Ғирфанова Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Наилә Имаева.

Читайте нас: