Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Октябрь 2022, 17:00

Файҙалы, фәһемле, мауыҡтырғыс сара

Оператор оҫталығы нигеҙҙәре, киносценарий яҙыу һәм кинофильм өсөн темалар һайлау буйынса оҫталыҡ дәресе лә бик оҡшаны.

Файҙалы, фәһемле, мауыҡтырғыс сара
Файҙалы, фәһемле, мауыҡтырғыс сара

Кинематография” майҙансығы ла бик оҡшаны. Унда урындағы телевидение хеҙмәткәрҙәре, мәктәп студияларында тәрбиәләнеүселәр, өлкән класс уҡыусылары, йәштәр өсөн оператор оҫталығы нигеҙҙәре, киносценарий яҙыу һәм Башҡортостан Кинематографистар союзы ағзаларынан кинофильм өсөн темалар һайлау буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. Башҡортостан Республикаһы Кинематографистар союзы рәйесе Зөһрә Бураҡаева майҙансыҡтың модераторы булараҡ сығыш яһаны. Зөһрә Диҡҡәт ҡыҙы шулай уҡ “Ер һүҙе 2.0” төбәк-ара һанлы белем биреү проекты һәм “Ер һүҙе: киләсәккә аҙым” республика конкурсы хаҡында ла һүҙ алып барҙы.

 

- Беҙҙең команда "Кинематография" майҙансығында ҡатнашты. Бик файҙалы булды осрашыу. Кино сәнғәте тураһында күп мәғлүмәт алдыҡ. Улар беҙгә “Мәктәп тормошо” студияһына яңылыҡтар әҙерләгәндә кәрәк буласаҡ. Кино сәнғәтендә эшләгән осталарҙың кәңәштәре лә бик фәһемле булды. Дыуан районынан “Ижади майҙан”дан бай тәьҫораттар алып ҡайттыҡ, - тине Асҡын 1-се мәктәбе уҡыусыларынан торған “Мәктәп тормошо” студияһын етәкләүсе уҡытыусы  Илнара Филүс ҡыҙы Әсләмова.

Наилә Имаева.

Файҙалы, фәһемле, мауыҡтырғыс сара
Файҙалы, фәһемле, мауыҡтырғыс сара
Файҙалы, фәһемле, мауыҡтырғыс сара
Файҙалы, фәһемле, мауыҡтырғыс сара
Файҙалы, фәһемле, мауыҡтырғыс сара
Читайте нас: