Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Октябрь 2022, 12:15

Бейеүҙәрҙә халыҡтың ғөрөф-ғәҙәте, холҡо, тарихы сағыла

«Ижади майҙан»да «Бейеү» майҙансығы ла гөрләп торҙо!

Бейеүҙәрҙә халыҡтың ғөрөф-ғәҙәте, холҡо, тарихы сағыла
Бейеүҙәрҙә халыҡтың ғөрөф-ғәҙәте, холҡо, тарихы сағыла

Танылған бейеүсе, Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленың художество етәксеһе (2000—2004). Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, балейтмейстер Риф Фәтих улы Ғәбитов менән профессиональ балейтмейстер, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының "Аҡйондоҙ" халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әнүәр Хәким улы Шафиҡов бейеү коллективтары етәкселәре өсөн бейеү оҫталығы нигеҙҙәре, ойоштороу тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

-”Бейеү” майҙансығында ҡатнаштым. Бик оҡшаны. Бар ғүмерҙәрен бейеү сәнғәтенә бағышлаған күренекле шәхестәрҙең сығышын тыңлап, фәһемле кәңәштәрен яҙҙырып ултырҙыҡ. “Балетмейстер ижады лабораторияһы” тип аталған оҫталыҡ дәресендә Риф Фәтих улы бейеү һалырға теләүселәргә, бейеү коллективтары етәкселәренә яңы хореографик композициялар яһау өсөн тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Башҡорт халыҡ бейеүе өсөн ниндәй ысулдар ҡулланырға, ниндәй ҡанундарҙы белергә, йөкмәткеле бейеү һалыу өсөн фольклор, археология, этнография, нәфис әҙәбиәткә мөрәжәғәт итергә кәрәклеге тураһында ла бай мәғлүмәт алдыҡ. Остаздарыбыҙҙың ижад һәм тормош юлы менән дә туларыҡ таныштыҡ, - тип тәьҫораттары менән бүлеште “Мельница” Балалар ижады үҙәгенең хореография буйынса өҫтәмә белем биреү педагогы, оҙаҡ йылдар “Ынйылар” бейеү ансамблен етәкләүсе Гүзәл Ғәзимулла ҡыҙы.

Риф Фәтих улы Ғәбитов 1951 йылдың 5 декабрендә Белорет районының Аҙналы ауылында тыуған. Атаһы клубта эшләгән, ҡурай, скрипкала уйнаған, йырлаған, бейегән.Риф Ғәбитов 1967—1970 йылдарҙа Өфөнөң 1-се һанлы мәктәп-интернатында уҡыған. Артабан Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Бында халыҡ бейеүҙәре студент ансамблендә бейей.

Уҡыу йортон тамамлағас, мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, урыҫ теле һәм әҙәбиәтен уҡыта.

Бейеү менән ҡыҙыҡһыныу уны Ф. Ғәсҡәров халыҡ бейеүҙәре ансамбленә алып килә, унда 1974—1992 йылдарҙа артист булып эшләй.

1992—1996 йылдарҙа Риф Ғәбитов — балет артисы һәм ансамбль ҡурайсыһы.

1995 йылда Риф Ғәбитовҡа «Еҙ үксә», «Көтөүсе йыры», «Башҡортса краковяк» бейеүҙәрен ҡуйғаны һәм юғары башҡарыу оҫталығы өсөн Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы тапшырыла.

Башҡортостандың халыҡ артисы, мәшһүр бейеүсе, хореограф Риф Ғәбитов бөгөн «Аҫаба» тигән заманса ҙур хореография-шоу проекты (данлыҡты ата-бабаларыбыҙға хореографик һәйкәл буласаҡ!) өҫтәндә эшләй.

Наилә Имаева.

Читайте нас: