Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Октябрь 2022, 08:30

Балтаста иң ҙур балан бүкәне эшләйҙәр

Тулыраҡ:  

Балтаста иң ҙур балан бүкәне эшләйҙәр
Балтаста иң ҙур балан бүкәне эшләйҙәр

 

Балтас районында мишәр халҡының Балан байрамы үтте.
Сараның программаһы бик бай һәм күңелле уҙҙы.
Беренсе тапҡыр үткәрелгән сарала 
Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Ғафури, Благовар, Краснокама, Бүздәк, Стәрлетамаҡ, Архангель, Тәтешле, Балтас райондарындағы  филиалдарының тарихи-мәҙәни үҙәктәре ҡатнашты.

Улар алып килгән күргәҙмәләр байрамдың сағыу биҙәгенә әүерелде, төрлө халыҡ вәкилдәре үҙҙәренең кейемдәре һәм милли аш-һыуҙары менән таныштырҙы.
Ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре ойошторған оҫталыҡ дәрестәрендә килгән ҡунаҡтар  баландан 
нисек бәлеш бешерәләр, ҡатыҡ эшләйҙәр, уны нисек туңғас мәлдерәтәләр, һәм баландың  файҙаһы тураһында һөйләне. Ҡатнашыусылар Башҡортостан халыҡтарының ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары һәм мәҙәниәте менән танышты. 

Байрам сиктәрендә мишәр район, ауылдарынан килгән һәүәҫкәр коллективтар араһында бәйге үтте.
Еңеүселәрҙе билдәләү жюри ағзаларына бер ҙә еңелдән булмағандыр. Бәйгенең баһалама ағзалары: Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Флюзә Фәтҡулла ҡыҙы Ғайсина, республика Халыҡ ижады үҙәгенең фольклор эше белгесе Гөлгөнә Вәлит ҡыҙы Баймырҙина, хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар менән эшләү буйынса урынбаҫары Инзилә Әдип ҡыҙы Ғәсимйәнова, Балтас Балалар сәнғәт мәктәбе директоры Гөлназ Ләбип ҡыҙы Рәхимйәнова, "Балтас таңдары" район гәзите хәбәрсеһе Аида Рәдиф ҡыҙы Хәйретдинова оҫта башҡарыусыларҙы һайлап, еңеүселәрҙә билдәләне.
1 -се урынға - Балтас районы Иштирәк ауылынан "Серҙәштәр" фольклор коллективы, 2- се урынға- Асҡын районынан "Аҡ ҡалфаҡ" халыҡ фольклор-вокаль ансамбле менән Балтас районы Түбән Ҡарыш ауылынан "Умырзая" фольклор коллективы, 3 -сө урынға Шишмә районынан "Ҡуштирәк" халыҡ татар фольклор ансамбле,
Мишкә районынан "Төнбойоҡ" вокаль ансамбле менән Балтас районы Боғҙан ауылынан "Һандуғас" вокаль ансамбле лайыҡ булды.

Гөлназ Ғәлләмова.

Балтаста иң ҙур балан бүкәне эшләйҙәр
Балтаста иң ҙур балан бүкәне эшләйҙәр
Читайте нас: