Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Сентябрь 2022, 13:10

Милли асылыбыҙ көҙгөһө

Милли кейемдәр көнө уңайынан бөгөн Асҡын ауылында үҙенсәлекле,  сағыу байрам үтте.

Милли асылыбыҙ көҙгөһө
Милли асылыбыҙ көҙгөһө

 

Милли кейемдәр көнөн Асҡын халҡы һәр ваҡыттағыса ҙур әҙерлек менән ҡаршы алды. Һәр мәғариф, мәҙәниәт усағында күп төрлө саралар ойошторолдо. Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә яҡтыртылып барылды.

Бөгөн иһә Асҡын ауылының Ленин майҙанында районыбыҙҙа көн итеүсе башҡорт ырыуҙары ҡатын-ҡыҙҙары үҙебеҙҙең ерлеккә хас милли кейемдәребеҙҙе тамашасылар адына сығарҙы. Бик сағыу, йәмле, фәһемле, бай мәғлүмәтле сара булды.

Сараны алып барыусы Гөлзифа Мөхәмәтдинова байрамға йыйылыусыларға сәхнәгә сығарылған һәр кейемдең тарихы, үҙенсәлеге тураһында һөйләне. Ысынлап та, һәр ырыуҙың милли кейемендә бай тарих ята.
Был кейемдәрҙе өйрәнеп, әсәй-өләсәйҙәребеҙҙең көнкүрешен, ырыу тарихын, үткәнен, һөнәрен, илен, ерен, тәбиғи шарттарын күҙ алдына килтерергә була.

Мәҫәлән, Балыҡсы ырыуына ҡараған Солтанбәк ауылынан Суфия апайҙың күлдәге 1920-се йылдарҙа тегелгән. Ә Әмир ауылынан Зәйтүнә апай Ризуанованың күлдәк һәм альяпҡысына 70 йыл тирәһе. Уларҙың тегелеше лә, биҙәлеше лә үҙенсәлекле.

Ҡыр-Танып ырыуы вәкиле, Иҫке Ҡаҙансының иң өлгөр ағинәйе, мәғариф ветераны Мәмдүнә апай Зарипова  быуындан-быуынға тапшырылып килгән йөҙйәшәр камзул һәм күлдәкте яңыртып тегеп, бөгөн Милли кейем көнөнә уны шулай уҡ мәғариф ветераны Раушания апай Хәжиәкбәрова кейеп килгән. Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы 250 йыллыҡ тарихы булған был кейем тураһында ентекле итеп һөйләне. Бөгөн был күлдәкте нәҫелдәренең бишенсе быуыны вәкилдәре ҙур ғорурлыҡ менән кейә.

Ҡарткиҫәк мәктәбе музейында һаҡланған Һыу-Танып ырыуы башҡорттары ҡатын-ҡыҙҙары кейемдәре лә күрһәтелде байрамда. Ырыу тарихын, йолаларын, мәҙәниәтен һаҡлаған был ҡомартҡылар менән республикабыҙ тарихсылары һәм фольклорсылары ла күптән ҡыҙыҡһынған.

Дефилелә башҡорт, татар, рус халҡының стилләштерелгән милли күлдәктәре лә күрһәтелде. Был күлдәктәр мәҙәни сараларҙың йәме, биҙәге булып тора.

Районыбыҙҙа үҙебеҙҙең ерлеккә хас милли күлдәктәрҙе тергеҙеү буйынса ҙур эш алып барыла. Бигерәк тә был юҫыҡта Зәнилә Рыбина етәкләгән “Хазина” башҡорт фольклор коллективы ҙур өлөш индерә. Сарала улар милли йолаларыбыҙҙы өйрәнеп тергеҙгән милли костюмдарҙа йәнле итеп сығыш яһаны.

Бөгөнгө сара үҙебеҙҙең ерлеккә хас милли кейемдәребеҙ хаҡында бай мәғлүмәт еткерҙе.

“Милли кейемдәребеҙҙе лә артыҡ стилләштермәй, рухи мираҫыбыҙҙы онотмай, уны киләсәк быуынға милли асылыбыҙҙы юғалтмай лайыҡлы тапшырайыҡ», - тип сараны йомғаҡланы Гөлзифа Альбирт ҡыҙы.

Наилә Имаева.

 

Милли асылыбыҙ көҙгөһө
Милли асылыбыҙ көҙгөһө
Читайте нас: