Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
31 Август 2022, 09:50

Беҙ оло юлдың башында ғына

Яңы музейҙа ниҙәр булыр?

Беҙ оло юлдың башында ғына
Беҙ оло юлдың башында ғына

 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә ҡыҙыҡлы пост ҡалдырҙы. 

"Археологтар раҫлауынса, Шишмә районында Турахан кәшәнәһе янында ҡаҙыныу эштәре барышында табылған кешеләрҙең һөлдәһе 14-15 быуаттарға ҡарай. Был мосолман ҡәберлеге. Көҙөн Өфөлә үткәрергә ниәтләгән конференцияла ғилми берләшмә тикшеренеүҙәренән һуң дөрөҫөрәк мәғлүмәт бирер. Әммә бөгөндән шул аңлашыла: тарихи Башҡортостан ул ваҡытта уҡ Алтын Урҙаның төпкөл иле булмаған, ә мөһим административ, сауҙа һәм һөнәрселек үҙәге булып торған.

Иртәгә ҡаҙыу эштәренә антропологтар киләсәк, улар һөлдәләрҙе артабан тикшерәсәк. Бик ҡыҙыҡ: был кешеләр кем булған, улар аша Турахандың, Алтын Урҙа дәүерендәге башҡа шәхестәрҙең яҙмышын, холоҡ-фиғелен тәрәнерәк өйрәнеү мөмкин булыр.

Беҙҙең бай тарихи мираҫыбыҙ бар. Бөгөн ғалимдар Өфө һәм Шишмә райондарында ҡаҙыу эштәре барышында табылған артефакттарҙы күрһәтте. Керамика, шул иҫәптән Урта Азиянан килтерелгән тәңкәләр, уҡ башаҡтары, урындағы оҫталар яһаған ювелир биҙәүестәр, хайуандарға тамға һуғыу өсөн тимер һәм башҡалар яҡшы һаҡланған һәм үҙҙәренең хужалары тураһында мәғлүмәт йөрөтөүсе булып тора.

Табылған бөтә артефакттар Евразия күсмә цивилизациялар музейы экспозицияһының нигеҙе булып торасаҡ, әлегә уның концепцияһын әҙерләйбеҙ. Уны Турахан кәшәнәһе янында төҙөргә ниәтләйбеҙ.

Әлегә беҙ оло юлдың башында ғына. Шуныһы мөһим, яңы музей комплексы ҡыҙыҡлы предметтар туплау ғына булмаясаҡ. Турахан кәшәнәһе янында Евразияла төп тарихи осорҙарҙың береһен өйрәнеү буйынса етди ғилми-тикшеренеү үҙәген төҙөргә ниәтләйбеҙ. Был урындың фәнни, белем биреү, туристик, һөнәрселек потенциалы ҙур.

Комплексҡа килеүселәр күсмә халыҡ юлын үтә ала. Бронза быуатынан алып Башҡортостандың Рус дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылыуы осорона тиклем. Ә архитектура һәм мәғәнә доминанты - кәшәнә.

Был Башҡортостанда, шул иҫәптән башҡа илдәрҙән килгән туристар өсөн тағы ла бер мөһим йәлеп итеү нөктәһе булыр тип ышанам. Әммә иң элек – ошонда йәшәгән халыҡ өсөн ҡыҙыҡ булыр. Бының өҫтөндә әүҙем һәм эҙмә-эҙлекле эшләйбеҙ", - тип яҙҙы ул. 

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
 
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-08-30/be-olo-yuldy-bashynda-yna-2928526?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Беҙ оло юлдың башында ғына
Беҙ оло юлдың башында ғына
Беҙ оло юлдың башында ғына
Беҙ оло юлдың башында ғына
Беҙ оло юлдың башында ғына
Автор:
Читайте нас: