Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Август 2022, 15:10

Ремонт эштәре дауам итә

Яңыртылған мәҙәниәт усағын  Республика көнөнә асырға ниәтләйҙәр.

Ремонт эштәре дауам итә
Ремонт эштәре дауам итә

Алдан хәбәр итеүебеҙсә,  “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Ҡашҡа ауыл мәҙәниәт йортонда  капиталь ремонт  эштәре бара.

Бөгөнгә  тәҙрәләр алмаштырылған, бинаның нигеҙе нығытылған, эске стеналар штукатурланған.   Бинаның эсендә лә эштәр дауам итә — электр сымдары, йылытыу системаһы алмаштырыла,  стеналар буятыла. Бинаның алғы яғы ла  буятыла, түбәне ябыу тамамлана.  

Эштәрҙе “МД-АртГрупп” йәмғиәте подрядсы ойошмаһы башҡара.

Яңыртылған мәҙәниәт усағын рәсми асыу Республика көнөнә планлаштырлған.

 

 Наилә Имаева.

Ремонт эштәре дауам итә
Ремонт эштәре дауам итә
Ремонт эштәре дауам итә
Читайте нас: